

14 майҙа Бәләбәйҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО-ла һәләк булғандарҙың – Иван Рычагов, Ринат Сәфәрғәлиев, Павел Селиверстов, Андрей Сулмаков, Сергей Телегин, Сергей Чернятьев һәм Александр Шульганың ғаиләләре менән осрашты.
Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренең һәм тормош иптәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға Генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Яугирҙәр хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн үлгәндән һуң ошо орден менән бүләкләнде.
– Һеҙ ысын ир-егеттәр, патриоттар, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ. Яҡташтарыбыҙ тыуған илебеҙ өсөн үҙ ғүмерҙәрен бирҙе, бурыстарын аҙағынаса үтәне. Улар барыһы ла – геройҙар. Улар хаҡында хәтерҙе һаҡларға, ғаиләләренә даими хәстәрлек күрһәтергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы төбәктә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының киң комплексы ғәмәлдә булыуын, ә район хакимиәтендә һәр ваҡыт тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер булыуҙарын билдәләне.
Фото: glavarb.ru