Ғорурланабыҙ
25 Май 2025, 07:00

Яҡташыбыҙ Еңеү парадында ҡатнашҡан

Парадҡа ҡатнашыу еңелдән түгел икән

Яҡташыбыҙ Еңеү парадында ҡатнашҡанЯҡташыбыҙ Еңеү парадында ҡатнашҡан
Яҡташыбыҙ Еңеү парадында ҡатнашҡан

Белореттан Егор Косарев, Воронеж ҡалаһындағы “Профессор Жуковский һәм Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы” Хәрби-һауа көстәренең хәрби уҡыу-ғилми үҙәге өсөнсө курс курсанты.

Ул 9 майҙа Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеүҙең юбилей парадында ҡатнашты. Яҡташыбыҙ илдең иң яҡшы курсанттары иҫәбендә булып, үҙенең уҡыу йортоноң, тыуған ҡалаһының данын күтәрә.

Ҡыҙыл майҙан буйлап парад рәтендә үтеү өсөн Егор һәм уның иптәштәре һигеҙ ай күнекмәләрҙә шөғөлләнгәндәр. Парадта бөтәһе 11 меңдән ашыу хәрби, шул иҫәптән 1,5 мең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡатнаша.

Егор Владимировичҡа 20 йәш, ул Белорет районының Ломовка урта мәктәбен тамамлай. Мәктәптә яҡшы уҡый, спорт ярыштарында ҡатнаша. Хәҙер осоу аппараттары инженеры һөнәренә уҡый. Ул хәрби һөнәрен һайлау буйынса юғары кластарҙа уҡығанда уҡ ҡарар ҡабул итә, уға эске эштәр органдарында эшләгән атаһы өлгө булып тора.

Косаревтар ғаиләһе улдары өсөн ҙур ғорурлана. Беҙ ҙә яҡташыбыҙ менән һоҡланабыҙ, уға уҡыуҙа уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Фото сығанағы: https://t.me/khakimov_belor/262.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас