Ғорурланабыҙ
27 Мая 2025, 07:30

Беҙҙекеләр – тәүге унау иҫәбендә

Башҡортостан 2025 йылда Мәҙәни башланғыстар Президент фондының икенсе грант конкурсында еңеүселәр һаны буйынса ТОП-10-ға инде

Беҙҙекеләр – тәүге унау иҫәбендәБеҙҙекеләр – тәүге унау иҫәбендә
Беҙҙекеләр – тәүге унау иҫәбендә

Беҙҙең төбәктән 19 проект Фондтан дөйөм суммаһы 26,7 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән ярҙам аласаҡ. Был 2024 йылда икенсе конкурс сиктәрендә республика яулаған аҡса күләменән 5,7 миллион һумға тиерлек күберәк.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге Мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында республикала тормошҡа ашырыласаҡ өс иң ҙур проектты атаны:

  • “Миранг” креатив кейем тегеү студияһы: “Нәҫел көсө” трансформация коллекцияһы – “МИРАС ГРУП” ЯСЙ проекты яҡынса 5,6 миллион һум күләмендә грант отҡан.
  • “Ҡурсаҡ-фест“ халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале – “Беҙҙең киләсәк” хәйриә фонды проекты 4,2 миллион һум күләмендә ярҙам аласаҡ.
  • X Халыҡ-ара “АККОРДЕОНИССИМО” клавишалы аккордеонда башҡарыусыларҙың фестиваль-конкурсы Башҡортостан Республикаһының “МАҠСАТ” башҡорт йәштәр хәрәкәте” төбәк йәмәғәт йәштәр ойошмаһы проекты 3,1 миллион һум күләмендә грант отҡан.

2026 йылдың беренсе конкурсына ғаризалар 21 майҙа ҡабул ителә башланы. Проекттарҙы 10 июлгә тиклем https://фондкультурныхинициатив.рф/ һылтанмаһы буйынса фонд сайты аша тапшырырға мөмкин.

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы Аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге федераль финанслау өсөн көрәшергә әҙер ҡатнашыусыларҙың ғаризаларын эксперт тикшереүен дауам итә. Эксперт консультацияһына + 7 347 218-12-52 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.

Фото:

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас