

Ир менән ҡатын бик күп йылдар бергә ғүмер итһә лә, бер-береһенә ҡарата һыуынған, үҙ-ара сит кешеләргә әйләнгән осраҡтар аҙ түгел. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер парҙар аҙ ғына бергә йәшәү осоронда ла бәхеттең нимә икәнлеген татып өлгөрә.
Бөгөнгө геройым – Ишембай районының Кинйәкәй ауылында йәшәүсе һалдат ҡатыны Руфина Баталова. Ире Валерий Баталов махсус хәрби операцияла һәләк булған. Медик-санитар булып хеҙмәт иткән яугир иптәштәрен ҡотҡарырға юлланғанда ғүмере өҙөлә. Тәүге сиратта яҡындары, иптәштәре өсөн яуаплылыҡ тойған, башҡалар тураһында хәстәрлек күрә белгән һалдатты яҡындары һағына, яратып иҫкә ала.
– Ирем Хабаровск крайында донъяға килгән. Бик иртә атай-әсәйһеҙ ҡалғас, Салауат ҡалаһында өләсәһе менән олатаһы тәрбиәһендә үҫкән. 14 йәшенән ауыр атлетика менән шөғөлләнә. Ярыштарҙа уңыштар яулай. Ошо спорт төрө буйынса спорт мастерлығына кандидат та ул. Оҫта ҡуллы булды. Тәүҙә иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала, аҙаҡ инженер-төҙөүсегә уҡый. Иғтибарлы, ярҙамсыл булыуы – уның төп сифаттары. Бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырманы, һәр ваҡыт нимәлер эшләне. Бергә йәшәй башлағас, гел шулай ашыҡҡанына “Алда тотош ғүмер бар. Ҡайҙа ҡабаланыһың?” тип әйтһәм, “Юҡ, мин былай ҙа һуңланым” тип яуап ҡайтара торғайны, – тип ире тураһында йылы хәтирәләргә бирелде Руфина Миңләхмәт ҡыҙы.
Ысынлап та, бер аҙ һуңлабыраҡ осрашһалар ҙа, бер-береһенә тиң булыуҙарын улар тәү ҡараштан аңлай һәм бергә булған мәлдәренең һәр минутының ҡәҙерен белеп йәшәй.
– Тәүҙә интернет аша аралаштыҡ, һуңынан күрештек. Яҙмыш шулай булды: мин өс бала менән уға тормошҡа сыҡтым. Миңә генә түгел, балаларға ла шул тиклем иғтибарлы ине. Берәй ергә тәбиғәткә алып сыҡһынмы, паркка йәки башҡа урынға ял ойошторһонмо – һәр ваҡыт ихлас тотондо. Балалар менән беҙҙең берәй теләкте ипләп кенә тыңлап йөрөр ҙә шуны сюрприз итеп эшләр ине. “Һеҙҙең шатлыҡ – минең өсөн ҙур бәхет” ти торғайны, беҙҙең ҡыуанғанды күреп. Бәхетемә ышанып бөтмәнем. Ирем үҙемде яратырға өйрәтте, тормошҡа ҡарашымды үҙгәртте. Шуға уның махсус хәрби операцияға юлланыуын бик ауыр ҡабул иттем. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, һис уйламай ил һағына юлланды. Яуаплылыҡ сифаты көслө ине унда. “Үлермен” тигән уй башына ла кереп сыҡманы. Әллә күпме план-хыялдары тормошҡа ашмай ҡалды, – Руфина ханым ире тураһында һөйләгәндә күңеле тулып, тулҡынланып китә.
Иренең кейәүгә сығырға тәҡдиме лә үҙенсәлекле килеп сыға. Хәрби комиссариатҡа барып, повестка алғас, Руфинаға шылтырата.
– “Һин миңә кейәүгә сығырға ризаһыңмы?” тип һораны. Телефон аша тәҡдим яһауына аптырап киттем. “Ҡайҙа ҡабаланабыҙ?” тигән һорауға иһә ваҡыты юҡлығын әйтте. 14 октябрҙә яҙылыштыҡ, 16-һында ул махсус хәрби операцияға юлланды, – хәтирәләр әңгәмәсемдең күңел хистәрен ҡабаттан яңырта.
Махсус хәрби операцияға ул хәрби сынығыу үтеп бара, сөнки армияла хеҙмәт юлын Чечен Республикаһында үтә, өлкән сержант булып ҡайта. Махсус хәрби операцияла ла үҙенә ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәй. Хеҙмәттәштәре өсөн йәнен бирергә әҙер тора. Мунса эшләп ултыртһынмы, ашарға тәмле итеп бешерһенме – иптәштәренең күңелен күрергә тырыша. Махсус хәрби операциянан ул ике тапҡыр ялға ҡайтып өлгөрә.
– Тәүгеһендә 2023 йылдың апрель айында ҡайтты. Өфөгә барып ҡаршы алдым. Дуҫтарына, туғандарына ҡунаҡҡа йөрөнөк, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә өйҙәге эштәрҙе лә башҡарырға өлгөрҙө. Бик ҡәнәғәт ине. Махсус хәрби операция уның холҡон үҙгәртмәне. Икенсегә ялы шул уҡ йылдың декабренә тура килде. МХО-ла мөмкинлек булған һайын бәйләнешкә сыҡты. Үҙе яуҙа йөрөһә лә, беҙҙең өсөн борсолдо, эргәбеҙҙә булып, хәстәрләй алмауына ҡайғыра торғайны. Һуңғы тапҡыр былтыр 9 ғинуарҙа һөйләштек. Шул көндә ул алғы һыҙыҡтан сыҡҡайны. Бик оҙаҡ итеп, төнгәсә һөйләштек. “Ярай, иртәгә лә ваҡыт бар”, – тип хушлаштым ирем менән, ләкин был беҙҙең һуңғы һөйләшеүебеҙ булған. Төндә ул йәнә телефоныма хәбәрҙәр ебәргән, заданиеға сығырға кәрәклеген яҙған. “Махсус хәрби операцияның тиҙҙән тамамланырына ышанам. Беҙ мәңге бергә булырбыҙ!” тигән йылы һүҙҙәр яҙылғайны.
Үкенескә ҡаршы, был юлы заданиенан ул ҡайта алманы. 10 ғинуар таңында ғүмере өҙөлә, – Руфинаға был һүҙҙәрҙе әйтеүе еңел түгел.
Валерий Баталов был донъяла яҡындарына, тыуған еренә, иленә файҙалы булып йәшәргә ынтыла.
– Әле лә ҡайтып керер һымаҡ. Һис ҡасан күңелемдән сыҡҡаны юҡ. Уның менән бик ғорурланам. Мин күргән ҡайғыларҙы башҡалар күрмәһен. Еңеү яулап, һалдаттарыбыҙ шатланып тыуған яҡтарына ҡайтһын. Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашыуын түҙемһеҙләнеп көтәм, сөнки был еңеү өсөн иремдең дә ҡаны түгелгән, – тине һалдат ҡатыны.
Был донъяға һынау үтер өсөн килгәнбеҙ. Әңгәмәсем өлөшөнә күп һынау төшә. Күптән түгел Руфина махсус хәрби операцияла һәләк булған бер туған ағаһын да һуңғы юлға оҙатҡан.
– Көслө булырға, һынауҙарға бирешмәҫкә тырышам. Иремдең “Ғүмер бирелгән икән, уны лайыҡлы йәшәргә тейешбеҙ” тигән фекеренә тап төшөрмәҫкә һүҙ бирҙем. Мин бит һалдат ҡатыны, – был һүҙҙәрҙә ныҡлыҡ та, ғорурлыҡ та тойола.
Бирешмә, Руфина! Иреңдең батырлығы, һөйөүе ғүмер буйы күңелеңде йылытһын.
Фото: ғаилә архивынан.