Ғорурланабыҙ
17 Июнь 2025, 16:30

Берҙәмлектә – көс!

МХО яугирҙәренә теләктәшлек белдереү маҡсатында хәйриә конйерты булды.

Берҙәмлектә – көс!Берҙәмлектә – көс!
Берҙәмлектә – көс!

"Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Берҙәмлектә – көс!" тигән хәйриә концерты үткәрелде. Ойоштороусыһы – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай.

Мәҙәниәт усағының фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне, табиптар төрлө кәңәштәр бирҙе. Сараға, рәсми кешеләрҙән тыш, махсус хәрби операция ветерандары һәм яу яландарында башын һалғандарҙың ҡәҙерлеләре саҡырылғайны.

– Миңә бер нисә тапҡыр МХО биләмәһендә булырға тура килде, – тине сығышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Яҡташ яугирҙәребеҙ батыр, ҡурҡыу белмәй. Әлеге һынылышлы осорҙа беҙгә барыбыҙға бергә булырға кәрәк, берҙәмлек булғанда ғына беҙ көслө.

Әлеге хәйриә концерты махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға, ил һағына баҫҡан яугирҙәргә теләктәшлек белдереү маҡсатында уҙғарылды.

– Илебеҙ тарихында бик күп хәрби бәрелештәр теркәлгән, – тине "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының республикалағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. – Тарихта тәүге тапҡыр һалдаттарға ярҙам итеү буйынса "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондын булдырғаны өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путинға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Бер нисә яҡташыбыҙға "Хәрби хәрәкәттәр ветераны" тигән танытма тапшырылды. Аҙаҡтан ҙур концерт күрһәтелде.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Берҙәмлектә – көс!
Берҙәмлектә – көс!
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас