Ғорурланабыҙ
27 Июнь 2025, 07:30

Беҙҙең егеттәр намыҫлы хеҙмәт итә

Уға был миҙалды дошман дронын юҡ иткән өсөн тапшырғандар.

Беҙҙең егеттәр намыҫлы хеҙмәт итәБеҙҙең егеттәр намыҫлы хеҙмәт итә
Беҙҙең егеттәр намыҫлы хеҙмәт итә

Саҡмағош районының Рапат ауылынан яугир тырыш хеҙмәте һәм хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне өсөн “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” грамотаһы һәм миҙалы менән бүләкләнде. Был - хәрби хеҙмәткәрҙең икенсе юғары наградаһы.

Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы, ул май айында Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Хәрби батырлыҡтары өсөн” миҙалы менән наградлана. Уға был миҙалды дошман дронын юҡ иткән өсөн тапшырғандар.

Егеттәребеҙ ошолай намыҫлы хеҙмәт итеп, Еңеү менән тыуған ерҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тип теләйбеҙ.

Фото: Реканс Йәмәлиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Беҙҙең егеттәр намыҫлы хеҙмәт итә
Беҙҙең егеттәр намыҫлы хеҙмәт итә
Беҙҙең егеттәр намыҫлы хеҙмәт итә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас