Ғорурланабыҙ
27 Июнь 2025, 16:00

"Дема" тыныс тормошта ла алғы сафта

Республика мәнфәғәттәрен ҡайғыртасаҡмын, ти ветеран.

"Дема" тыныс тормошта ла алғы сафта"Дема" тыныс тормошта ла алғы сафта
"Дема" тыныс тормошта ла алғы сафта

“Дема” позывнойлы Марк Баженов - махсус хәрби операция ветераны, МХО-ла штурмлаусы булған. Хәрби ҡаһарманлығы өсөн дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Хәҙер уның алдында яңы маҡсаттар тора.

Ул “Башҡортостан геройҙары” төбәк кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар рәтенә инде. МХО-ла алған тәжрибәһен, лидерлыҡ оҫталығын хәҙер республикабыҙ мәнфәғәте өсөн йүнәлтергә әҙер.

– “Башҡортостан геройҙары” проектына ғариза тапшырҙым. Әгәр программа тормошобоҙҙа нимәнелер үҙгәртергә мөмкинлек бирһә, был һорауҙарҙы хәл итәсәкмен, - ти Марк Баженов.  

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас