Ғорурланабыҙ
9 Июль 2025, 07:00

Иҫән-һау уяныу, өҫтәл тулы ризыҡ үҙе байлыҡ

Ирекмән һалдаттар менән бәйләнештә

Иҫән-һау уяныу, өҫтәл тулы ризыҡ үҙе байлыҡИҫән-һау уяныу, өҫтәл тулы ризыҡ үҙе байлыҡ
Иҫән-һау уяныу, өҫтәл тулы ризыҡ үҙе байлыҡ

Тылдары ныҡ булһа, даими ярҙам тойһалар, махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең көсө нығый. Район һәм ҡалаларҙағы бик күп ирекмәндәребеҙ быны аңлай һәм  ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

Йәрмәкәй районының Һыуыҡҡул ауылынан ошондай битараф булмаған, тынғыһыҙ ирекмән Фәнил Әлмөхәмәтов менән танышыу форсаты тейҙе.

Ябай ауыл егете ул. Ауылын, Тыуған илен бәләкәйҙән яратып үҫә. Шуға ла ваҡыты еткәс, һалдат бурысын үтәргә армияға юллана. Герой-ҡала Новороссийскиҙа 7-се һауа-десант дивизияһында хеҙмәт итә. Бүлексә командиры булып, өлкән сержант дәрәжәһендә хәрби хеҙмәттән ҡайта.

– Әсәйем яғынан да, атайым яғынан да  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, беҙҙең өсөн ғорурлыҡ булған яугирҙәр бар. Әсәйем яғынан бабайым Мөғин Нагаев легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Эльбаға тиклем юл үтә. Брянск, Көньяҡ-көнбайыш фронттарында һуғыша. Сталинград, Донбасс, Ковель, Черниговты фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша, Берлин янында яралана.  Батырлыҡтары өсөн, Ҡыҙыл байраҡ, Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Александр Невский ордендары менән бүләкләнә.

Әйткәндәй, уның батырлығын йәш быуын онотмай.  Әле “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкына ҡараған Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы булдырыуҙары ла минең өсөн ғорурлыҡ. Ата-бабаларыбыҙ ҡаһарманлығы тураһында белеп үҫеүебеҙ илебеҙҙең патриоты булырға йоғонто яһағандыр. Атайым да ваҡытында хәрби хеҙмәтен Германияла үткән, – тип һөйләне Фәнил Ғайса улы.

Десантсы булып хеҙмәт итеүе  ғүмерлеккә күңеленә хәрби рух һала. Районда десантсылар ойошмаһына етәкселек итеүе лә ошо турала һөйләй. Десантсылар хөрмәтенә һәйкәлдәр булдырғанда ла эштең уртаһында ҡайнай. Берҙәмлек,  туғандарса йылы мөнәсәбәт  хас был ойошмалағы егеттәргә.

Махсус хәрби операция башланғас та Фәнил  һәм уның фекерҙәштәре яугирҙәрҙең ныҡлы терәгенә әүерелә.  Иң беренсе яуға юлланған  дуҫ егете рация һымаҡ кәрәкле әйберҙәрҙе ебәреү үтенесе менән сыға. Фәнил Ғайса улы мәсьәләне бик тиҙ хәл итә. Үҙе һымаҡ битараф булмағандар тырышлығы менән яугирҙәргә ярҙам бик тиҙ ойошторола.

Фәнил Әлмөхәмәтовҡа һуңынан үҙенә лә гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланырға  тура килә. Тәүге тапҡыр барыуы былтыр атаһының тыуған көнө мәлендә була. Атаһы ла улының ҡарарын хуплай, тыуған көндө байрам итеүҙән яугирҙәргә ярҙам алып барыу күпкә мөһим булыуын аңлап ҡабул итә. Фәнил яугирҙәр һораған бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе тейәп, оҙон юлға сыға һәм уларҙы уңышлы алып барып еткерә.

Быйыл ауылдаш дуҫ егетенең үтенесе буйынса һалдаттарға “Нива” машинаһы алыу өсөн ярҙам ойоштора. Һуңынан йәнә ярҙам кәрәк булғас, үҙе юлға әҙерләнә башлай. Тепловизор, электрогенератор, дронды иҫкәртеүсе “Булат” ҡорамалы, медикаменттар, төҙөлөш кәрәк-ярағы һәм башҡа бик күп әйбер 10 тәүлек эсендә туплана.

– Яугирҙәргә ярҙам итергә теләүселәр бик күп. Мәскәү, Өфө, Екатеринбург, Уренгой һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәүсе замандаштар барыһы ла был эшкә дәррәү ҡушылды. Туймазынан да ярҙам алып барып еткереүҙе һорағас, уларҙың да әйберҙәрен тейәнек.

Минең менән оҙон сәфәргә ҡатыным да сығырға ҡарар итте. Аллаға шөкөр, гуманитар ылауҙы тапшырҙыҡ. Ярҙам һораған ауылдаш егет менән дә күрештек. Һалдаттарҙың ҡәнәғәт булып, рәхмәт әйтеп ҡалыуҙары күңелдә шатлыҡ хистәрен уятты, – тип һөйләне Фәнил Ғайса улы.

Әлбиттә, был ярҙамды башҡарыу бер кешенең ҡулынан килерлек эш түгел. Һалдаттар тиҙерәк еңһен тип,  үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдерә әңгәмәсем.

Ул тормош иптәше менән донъяһын да гөрләтеп көтә. Нимәгә тотонһалар ҙа, ҡулдарынан эш килә. Умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, ит, балыҡ ыҫлайҙар. Эргәлә күл булдырып, балыҡ үрсетәләр. Инкубаторҙа тоҡомло себештәр сығарыу менән дә шөғөлләнәләр.

Ғаилә башлығының мәсеткә йөрөүе, ураҙа тотоуы, эске, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәүе лә һоҡланыу тойғоһо уята.

– Донъя шундайға әйләнде, аҡсаға ҡыҙығып йәшәүселәр күп. Аҡса бөгөн бар, иртәгә – юҡ. Байлыҡ – ул үҙебеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың иҫән-һау булыуы. Иртәнсәк иҫән-һау күҙ асҡаныбыҙға, өҫтәлдәге ризығыбыҙға шөкөр итеп, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк, – тигән теләктәрен еткерҙе гәзит уҡыусыларыбыҙға Фәнил Әлмөхәмәтов.

Эргә-тирәбеҙҙә Йәрмәкәй ирекмәне һымаҡ тормош яратҡан, изгелек эшләргә тырышҡан, кешелекле, матур күңелле кешеләр булғанда, донъя тағы ла яҡтырып, нурланып киткән һымаҡ.

Фото: Фәнил Әлмөхәмәтов архивынан.  

 

 

 

 

Иҫән-һау уяныу, өҫтәл тулы ризыҡ үҙе байлыҡ
Иҫән-һау уяныу, өҫтәл тулы ризыҡ үҙе байлыҡ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас