

Командирҙар уны һәр саҡ маҡтап телгә ала
Махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙҙың барыһы ла батыр һәм бурыстарына яуаплы ҡарай. Мәҫәлән, сығышы менән Мәсетле районынан булған "Тәртип" позывнойлы ил һаҡсыһы дошман менән ҡыйыу алыша, командирҙар уны һәр саҡ маҡтап телгә ала.
– Дошман ныҡ мәкерле, ә беҙ уға ҡарағанда ла хәйләкәр булырға тейеш, – тип һөйләй яҡташыбыҙ. – Ниндәй ҡалҡыулыҡты йәки урынды алғанбыҙ, шунда тиҙ генә нығынабыҙ, артҡа һис кенә лә сигенеү юҡ. Яуҙаштарым ышаныслы, уларға тулыһынса ышанам. Ундай дуҫтарым бар саҡта Еңеүгә лә күп ҡалмауын тоям-һиҙәм.
"Тәртип" позывнойлы ил һаҡсыһының һүҙҙәренә ҡарағанда, уларға гуманитар ылау даими килеп тора, теләктәш булғандарҙың һәммәһенә лә рәхмәте ҙур. Тыуған яҡтарҙан килтерелгән ошондай сәләмдәрҙән һуң үҙҙәрен яҡлаулы итеп тоялар.
Әйткәндәй, Мәсетле районы хакимиәте башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә Ватан һаҡсыһына Миңлеғәле Шайморатов миҙалын тантаналы шарттарҙа тапшырғандар. Бынан тыш уның күкрәген II дәрәжә "Ҡыйыулыҡ өсөн", II дәрәжә "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн" һәм "Хәрби дуҫлыҡты нығытыу өсөн" миҙалдары биҙәй.
Фото: Айгөл Шарапова.