Ғорурланабыҙ
21 Июль 2025, 11:25

Үлемесле яуҙан иптәштәрен иҫән алып сыға

Стәрлетамаҡ егете "Шихан" бөгөн ни хәлдә?

Үлемесле яуҙан иптәштәрен иҫән алып сығаҮлемесле яуҙан иптәштәрен иҫән алып сыға
Үлемесле яуҙан иптәштәрен иҫән алып сыға

2022 йылдың 24 феврале... Рәсәй – Украина сиген беренсе булып үткәндәр араһында разведка төркөмө яугире, Стәрлетамаҡ егете Данат Бикташев та була. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан күптәр кеүек үк, ул да аҙ һүҙле. Был аңлашыла ла: кеше тормоштоң яҡты мәлдәрен хәтерләй, ә насар нәмәләрҙе оноторға тырыша. Шулай ҙа “Шихан”дың яу тураһындағы ҡыҫҡа ғына хәтирәләренән ниндәйҙер тулайым картина тыуҙырырға тырышып ҡарайыҡ.

“Беҙҙе биш кешелек төркөмдәргә бүлделәр ҙә бурысты аңлаттылар: дошмандың сик буйы заставаһын алырға, – тип башлай ул һүҙен. – “Тайфун” бронялы машиналарында сиккә барып еттек тә, йәйәүләп заставаға ҡарай ҡуҙғалдыҡ.

Дошман яугирҙәре ике тапҡырға күберәк булыуға ҡарамаҫтан, бер аҙ атышҡандан һуң позицияларын ташлап киттеләр – ә улары, әйткәндәй, яҡшы нығытылған ине. Теләк булғанда, унда оҙаҡ торорға мөмкин. Сик буйы заставаһын юғалтыуһыҙ яулап алдыҡ, уларҙың өс “ике йөҙөнсө”һө ятып ҡалды. Ҡалғандары сигенде”.

Был махсус хәрби операциялағы тәүге алыштарҙың береһе була.

Данат Бикташев әрме хеҙмәтен Нарофоминск ҡалаһында, 137-се айырым разведка батальонының отделение командиры вазифаһында башлай. Бик яҡшы хеҙмәт итә: 1-се гвардия танк армияһының, ә һуңынан тотош Көнбайыш хәрби округының иң яҡшы уҡсыһы тип таныла. Үҙе фекеренсә, хәрби уҡыуҙар үтеү уның өсөн ныҡ файҙалы була. Махсус подразделениеларҙы әҙерләү буйынса Мәскәү өлкәһендәге иң ҙур үҙәктәрҙең береһендә алған хәрби оҫталыҡ күнекмәләренең һуңынан алғы һыҙыҡта бик кәрәге тейә. Хеҙмәт итеп бөткәс, Данат бер йылға контракт төҙөп тороп ҡала. Ә февраль айында контракт буйынса хеҙмәт ҙур командировкаға әйләнә...

Һуғыш ҡорбандарһыҙ булмай. Төркөмдәге бөтә офицер ҙа яраланғас, Данатты командир итеп ҡуялар. Сираттағы заданиела разведчиктар дошмандың команда пунктын асыҡлап, уға артилллерия утын йүнәлттерә. Объект юҡ ителә. Әммә Рәсәй һалдаттарын да дошман былай ғына ебәрергә уйламай: “Василек” автомат минометынан яугирҙәр өҫтөнә миналар яуа... Шулай ҙа “Шихан” үлемесле яуҙан иптәштәренең барыһын да иҫән алып сыға. Батырлығы Ҡаһарманлыҡ ордены менән билдәләнә.

Беҙ, ысынлап та, яңы геройҙар тыуҙырған заманда йәшәйбеҙ. Улар – беҙҙең эргәлә. Хәҙер “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусы Данат Бикташев һәм уның яуҙаштары – шундайҙар. Бөгөн яу яланында яңы тарих яҙған ир-егеттәр.

Фаяз ЙОМАҒУЖИН.

Фото – Данат Бикташевтың шәхси архивынан.

(“Вечерняя Уфа” гәзитенән).

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас