

"Башҡортостан геройҙары"нда ҡатнаша
“Единая Россия-Башкортостан” гәзитендә “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһында ҡатнашҡан Нияз Мәхмүтов тураһында мәҡәлә донъя күргән. Беҙ ҙә махсус хәрби операция ветераны менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.
Нияз Мәхмүтов – Бөрйән районы егете. Баҫмаға ул махсус хәрби операциялағы хеҙмәте, тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡандан һуңғы йәшәү рәүеше тураһында һөйләгән.
Хәҙер МХО ветераны янғын һүндереүсе булып эшләй. Тыуған яғы тормошонда әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел ҡотҡарыусы һәм янғын һүндереүсе булараҡ белемен яңыртҡан.
– Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының (МЧС) тыуған ауылымда урынлашҡан 73-сө янғын һүндереү-ҡотҡарыу часында эшләйем. Янғын һүндерәбеҙ, кешеләрҙе ҡотҡарабыҙ, юл-транспорт ваҡиғалары булған ерҙә эшләйбеҙ. Ғөмүмән, минең офицер булғым килә. Бала саҡтан хәрби булырға хыялландым, – тип ҡыҫҡа ғына бәйән итә ул. Яугир-ветерандың был теләге, моғайын, шуның менән дә бәйлелер: уның олатаһы легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
“Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашҡандан һуң, Нияз Мәхмүтов дәүләт хеҙмәте өлкәһендә эшләргә теләй. “МХО-ла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам иткем килә. Өйгә ҡайтҡас, бында уларға эш тә, ярҙам да бар икәнен белһендәр ине”, – ти.
МХО ветераны илһөйәрлек акцияларында, уҡыусылар өсөн “Батырлыҡ дәрестәре”ндә лә ҡатнаша. Үҫеп килеүсе быуын менән тәжрибәһен уртаҡлаша, Ватанды һаҡлауҙың бурыс ҡына түгел, хөрмәтле ғәмәл икәнен аңларға ярҙам итә.
Буш ваҡытында Нияз ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Бөрйәндең хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы ағзалары менән бергә гуманитар ылыуҙар ойоштора.
Бына ошондай ҡыйыу, ярҙамсыл, егәрле һәм маҡсатлы ир-егеттәр ҡатнаша “Башҡортостан геройҙары” программаһында!
Мәғлүмәт, фото: dzen.ru/er102