Ғорурланабыҙ
26 Июль 2025, 09:45

Яугирҙәр өсөн чемпионат үтә

Был сара 400-ҙән ашыу кешене йыйҙы.

Яугирҙәр өсөн чемпионат үтәЯугирҙәр өсөн чемпионат үтә
Яугирҙәр өсөн чемпионат үтә

Башҡортостандан МХО ветерандары командаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында уҙғарылған “Абилимпикс” тип аталған һөнәри оҫталыҡ буйынса тәүге чемпионатта ҡатнаша.

25 июлдән 29-ына тиклем Ҡазанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионат үтә. Уны тантаналы асыу сараһы уҙҙы.

Был чемпионат Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторола.

Чемпионатта ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙен ил Президенты Владимир Путин еткерҙе. Уның билдәләүенсә, һаулыҡ мөмкинлеге сикле хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн ярҙам үҫешә. Йөкмәткеле пландар менән тулылана, аныҡ тормош хәлдәре лә иҫәпкә алына.

- Был йүнәлештә лә күләмле, перспективалы проект бар. Ул беҙҙең геройҙарға үҙҙәренең һәләтен тормошҡа ашырырға, һөнәри яҡтан үҫергә, яңы белем һәм компетенциялар алырға булышлыҡ итә. Ярыш һәм эшлекле программа барышында аныҡ эштәрҙә конкурсанттарыбыҙ үҙҙәрен күрһәтер, уңыштары менән фронттағы иптәштәренең дә рухын нығытыр. “Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы”, “Ватан һаҡсылары йылы”нда старт алған был чемпионат традицион сараға әүерелер, - тине дәүләт башлығы.

Конкурсҡа 400-ҙән ашыу кеше килде. Улар - конкурсанттар, эксперттар һәм оҙатып килеүселәр. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 75 финалсы һайлап алынасаҡ. Улар октябрь айында үҙҙәренең оҫталығын “Абилимпикс” милли чемпионаты финалында күрһәтәсәк.

Фото : Башҡортостандың “Ватанды һаҡлаусылар” фондынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас