Ғорурланабыҙ
27 Июля 2025, 06:40

Яҡташтарыбыҙ һынатмай

Рәсәйҙә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнә.

Яҡташтарыбыҙ һынатмайЯҡташтарыбыҙ һынатмай
Яҡташтарыбыҙ һынатмай

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров "Бәйләнештә" социаль селтәрендә былай тип яҙған:

– Бөгөн Рәсәйҙә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнә. "Рәсәйҙә тик ике союздаш ҡына бар – уның армияһы һәм флоты" тигән император Александр III. Ысынлап та, Хәрби-диңгеҙ флоты – беҙҙең суверенитеттың ышаныслы гаранттарының береһе. Рәсәй диңгеҙселәре беҙҙең дәүләтебеҙҙең тарихының дауамында әллә күпме тапҡыр үҙҙәрен һәм Ватаныбыҙҙы данға күмде, ә был байрам датаһы 1714 йылғы Гангут һуғышына арналған. Ул беҙҙең флоттың Швецияға ҡаршы Төньяҡ һуғышта ҙур еңеүе менән тамамланған.

Андрей Геннадьевич белдереүенсә, республикабыҙҙа Хәрби-диңгеҙ флоты көнө шулай уҡ ҙур ғорурлыҡ менән киң билдәләнә. Башҡортостан диңгеҙҙән йыраҡ, уның ҡарауы, республикабыҙ бихисап диңгеҙселәрҙе үҫтергән. Улар элек тә Рәсәй ҡеүәте өсөн хеҙмәт иткән, бөгөн дә уның данын арттыра. Республикабыҙҙа 43 меңдән ашыу ветеран диңгеҙсе иҫәпләнә, ә 35-тән ашыу яҡташыбыҙ – адмирал.

Андрей Назаров Анатолий Лифшиц, Сергей Янович, Игорь Мөхәмәтшин кеүек яҡташтарыбыҙҙы маҡтап телгә алған һәм байрамдары менән ихлас ҡотлаған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас