

Бишбүләк районына эш сәфәре мәлендә шуға айырыуса ҙур иғтибар иттек. Ниндәй генә темаға әңгәмә ҡоролһа ла, ул һуңынан махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙамға барып тоташа. “Һалдаттарға шул-шул әйберҙәр кәрәк ине. Халыҡ менән тиҙ арала туплап ебәрҙек. Әле шул эштәрҙе башҡарабыҙ”, – тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килде.
Дүсән ауылы клубында ла беҙ барып ингәндә эш гөрләп тора ине. Бер көн алда яугирҙәргә ҡайын ботаҡтары алып ҡайтҡандар ҙа, мин барғанда йәһәтләп миндек эшләйҙәр ине. Бер өҫтәлдә үлән киптерергә ҡуйғандар, унда йүкә сәскәһе, сейә, ҡарағат, ҡурай еләге һәм башҡа шифалы үләндәр бар. Кипкәс, ҡулланыуы уңайлы булһын өсөн, улар сәй пакеттарына тултырып оҙаталар. Һалдаттар тыуған ерҙәренең еләк-емеше тәмен татыһын өсөн хатта еләкте лә киптереп әҙерләйҙәр.
Миндеген дә бәйләйҙәр, мендәрен дә тегәләр...
Халыҡты ойоштороусы, туплаусы Рәзимә Ихсанованың эште шул тиклем күңел һалып башҡарыуы күренеп тора.
–Тәүҙә “Барыһы ла фронт өсөн. Дүсән!” тигән төркөм ойоштороп ебәргәйнек, һуңынан уны “Хәстәрлек” тигәнгә үҙгәрттек. Ярҙамыбыҙҙы махсус хәрби операция башланған йылда маскировка селтәрен үреүҙән башлап ебәрҙек. Ләкин эшебеҙ бының менән сикләнмәгән. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һалдаттарға ярҙам итеү өсөн һәр саҡ ваҡыт таба, нимәгә тотонһалар, шул ҡулдарынан килә. Көн, төн, өйҙә эш тимәйҙәр, яугирҙәр тураһында хәстәрлек күрәләр. Буран ваҡыттарында клубҡа килә алмаған саҡта өйҙә туҡмас баҫып булһа ла килтерәләр. Иң әүҙем гүзәл заттарыбыҙҙың һаны 30-ға яҡын. Эшкә йөрөгән кеүек көн һайын киләләр. Күберәк оло йәштәгеләр, хаҡлы ялдағылар, шул уҡ ваҡытта йәштәр ҙә ваҡыт таба, – ти һөйләп алып китте Рәзимә апай.
Һәр кемгә эш бүленгән, һәр береһе үҙенең бурысын белә. Шуға ла бөтә ерҙә ойошҡанлыҡ тойола. Мәҫәлән, күптән түгел “Йәшәү браслеттары” үрергә өйрәнгәндәр. Был эште клуб мөдире Мәүлиҙә Зарипова менән китапханасы Зөлфиә Хәсәнова бергәләп башҡара. Уларға каникулда олатай-өләсәйҙәренә ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан үҫмерҙәр ҙә ярҙам итә.
–Беҙҙең клубта “Хәтерләйбеҙ икән, беҙ йәшәйбеҙ” тигән патриотик клуб эшләп килә. Унда 20-ләп бала йөрөй. Көн һайын кисен улар менән саралар уҙғарабыҙ. Ошонда улар йәшәү браслеттары ла үрергә өйрәнде. Йәштәр ҙә һалдаттарға ихлас ярҙам итә, – тине клуб мөдире.
Икенсе урында күмәкләп йыйылып миндек бәйләйҙәр. Хәшиә Гәрәева, Фатима Ғәлимова, Хәниә Ғатауллина, Рәсимә Ҡәйүмова, Гөлсөм Нәбиеваның ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Әҙ генә ваҡыт эсендә әллә күпме миндекте бәйләп өйөп тә ҡуйҙылар. Япраҡ араһына йүкә сәскәләрен дә ҡыҫтырып, миндектең шифаһын арттыралар.
– Өс йыллап клубҡа йөрөйбөҙ. Беҙ килмәһәк, кем килә, тип эшләйбеҙ. "Һалдаттарға ярҙам булһын, тиҙерәк донъялар тынысланһын, егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын” тигән дөйөм маҡсат менән эшләйбеҙ. Дөйөм эштән бер кем дә баш тартмай. Кисә ботаҡтар әҙерләргә барғанда, хатта ауылға ялға ҡайтҡан яҡташыбыҙ Илнар Зарипов та ярҙамлашырға сыҡты, – тип һөйләне рәхмәтле апайҙар.
Туҡмас киҫеүсе уңғандарҙы ла тап иттек. Өйҙәрендә киҫеп килтереүселәр ҙә дөйөм эшкә ярҙам итә. Беҙ барған көндө яугир әсәһе Флүзә Әфләтүнова ла килтерҙе.
Клубтағы бер урын госпиталдәгеләргә салфеткалар эшләүгә көйләнгән. Яралылар өсөн ятырға уңайлы мендәрҙәр тегеү эше лә гөрләп бара. Фларида Нәғимова, Гөлшат Хәсәнова, Хәшиә Гәрәева апайҙар - тегеү эшенең оҫтаһы.
–Яралыларға мендәрҙәр генә түгел, уңайлы булһын өсөн “липучка”лы эске кейемдәр ҙә тегәбеҙ, – ти һалдаттарға ярҙам итә алыуҙарына һөйөнөп уңған гүзәл заттар.
Эшләнгән эштең һөҙөмтәһе лә тос. Дүсәндең уңған апайҙары өс йыл эсендә 400-гә яҡын маскировка селтәре үргән, 360 пар йөн ойоҡтар, 500-гә яҡын өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләгән, яралылар өсөн 240 мендәр тегелгән, 2 меңдән ашыу үлән сәйҙәре төрөлгән, шул сама марлянан салфеткалар яһалған һәм башҡа бик күп эштәр башҡарылған. Был осорҙа бер меңдән ашыу посылкалар әҙерләнеп оҙатылған.
Һатылған йомортҡа аҡсаһы ла яугирҙәргә китә
Уңғандарҙың исем-шәрифтәрен һанай китһәң, әллә күпме яҙырға мөмкин булыр ине. Фларида Нәғимова, Зөлфиә Хәсәнова, Гөлшат Хәсәнова, Хәшиә Гәрәева, Зәйтүнә Хөснуллина, Гөлсөм Нәбиева, Рәсимә Ҡәйүмова, Әнисә Ғәзизова, Фатима Ғәлимова, Гөлназ Халиҡова, Светлана Кәлимуллина һәм башҡалар үҙ ваҡыттары менән иҫәпләшмәй һалдаттарға ярҙам итә. Ауылдың старостаһы Ғәли Халиҡов та һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыуы тураһында ла белдерҙеләр.
Һалдаттарға ярҙам итеүҙең төрлө сараһын табалар. Халыҡ килтергән йомортҡаларҙы һатып та маскировка селтәре өсөн материалдар алалар. Район үҙәгендә ҙур саралар үткәрелһә, унда үҙҙәренең әйберҙәрен һатып, аҡсаһын махсус хәрби операцияға оҙатыу ҙа изге йолаға әүерелгән. Быйыл һабантуйға туҡмас киҫеп алып барып һатҡандар, аҡсаһын фронт өсөн ҡулланғандар.
Кем нисек ярҙам итә ала, шулай үҙ өлөшөн индерә. Ҡул ярҙамы күрһәтә алмағандар, клубта маскировка селтәре үргәндәрҙе ашарға бешереп килтереп һыйлай. Ошонда ауылдаштарҙың берҙәмлеге сағыла ла инде.
Һалдаттарға һәр заманда ла дан һәм хөрмәт
Патриотик рух һәр ерҙә бөркөлә. Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән Дүсән егеттәренең һәр береһе тураһында стендта мәғлүмәттәр тупланған. Ялға ҡайтҡандарында уларҙы хөрмәтләп осрашыуҙарға саҡыралар, яуға юлланғанда посылкалар биреп оҙаталар. Шулай уҡ Афғанстан, Чечен республикаһында һалдат бурысын үтәгәндәр хөрмәтенә лә стендтар эшләнгән. Уларға ҡарап балалар ҙа илһөйәр, рухлы булып үҫә.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре тураһында ла яҡты иҫтәлек һаҡлайҙар. Һәр береһе тураһында мәғлүмәт йыйылған. Рәзимә Зәйнулла ҡыҙы атаһының Бөйөк Ватан һуғышынан иҫтәлек итеп алып ҡайтҡан һөлгөһөн дә күргәҙмәгә ҡуйған. Ул ваҡытта ла тылдағылар һалдаттарға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам иткән, кәрәк-яраҡ ебәргән.
– Ошо һөлгөнө атайым миҙалы менән бергә ҡәҙерләп һаҡланы. Ирекмәндәр эшенең һалдаттарға ни тиклем кәрәк, мөһим булыуын сағылдыра был, – ти Рәзимә Ихсанова.
“Берҙәмлектә – көс” тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Дүсәндәр өлөгөһөндә лә был асыҡ сағыла. Улар ғына түгел, эргәләге Ҡаныҡай, Бикҡол ауылдарында ла эштең яҡшы ойошторолоуын күрҙек. Ғөмүмән, район буйынса һалдаттарға изгелек сараһы киң йәйелдерелгән. Район, ауыл хакимиәте, халыҡ – бер төптән махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙе хәстәрләй, ошо рәүешле еңеүҙе яҡынайта.
Бишбүләк районы.
Автор фотолары.