Ғорурланабыҙ
31 Июль 2025, 13:30

"Батырҙар" һынатмаҫ!

Башҡортостан командаһы Пензаға юлланды.

"Батырҙар"  һынатмаҫ!"Батырҙар"  һынатмаҫ!
"Батырҙар" һынатмаҫ!

Башҡортостан Республикаһы командаһы Пенза ҡалаһында “Гвардеец” юнармия хәрби-патриотик йыйындарында ҡатнаша.

“Гвардеец” хәрби-патриотик йыйындары Волга буйы федераль округында 2013 йылдан уҙғарыла. Сараның концепция нигеҙендә – 9-10-сы класс уҡыусыларының ижади потенциалын үҫтереү, патриотик тәрбиә биреү. Йәштәргә дәүләтте обороналау, хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре буйынса белем биреү ҙә - төп маҡсаттарҙың береһе.

Йыйындың программаһына түбәндәгеләр инә: яланда башланғыс хәрби әҙерлек саралары, спорт ярыштары (мини-футбол, баскетбол, волейбол, дартс, пейнтбол, шахмат, шашка, өҫтәл теннисы), спорттың хәрби төрҙәре (пневматик ҡоралдан атыу, строй һәм ут әҙерлеге, көс гимнастикаһы, граната ырғытыу), Ватан тарихы, хәрби эш нигеҙҙәре  буйынса хәрби-патриотик дәрестәр, ижади конкурстар.

Йыйындар 21 көн дауамында Пенза артиллерия инженер институты базаһында ойошторола.

- 2024 йылда Башҡортостандың йыйылма командаһы “Гвардеец” округтарҙың йыйыны сиктәрендә икенсе урын яуланы. Быйылғы йыл да беҙҙең командаға  юғары һөҙөмтә һәм призлы урын килтерер, тип ышанабыҙ, - тине Башҡортостандың патриотик тәрбиә биреү үҙәге директоры Марина Таран.

Республикабыҙҙың “Батырҙар”  йыйылма командаһына уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас