

Ишембай районына эш сәфәре барышында улдарын Ватан именлеге хаҡына махсус хәрби операцияға оҙатҡан әсәйҙәр менән осрашып һөйләшергә насип булды. Сабырлығы, итәғәтлеге, күңелдәре тулы ут булһа ла, кеше алдында һыр бирмәҫкә тырышыуҙары, рух ныҡлығы менән һоҡландырҙы улар.
Ысын ил һаҡсылары тәрбиәләгән
Бәләкәй Байыҡ ауылынан Сәриә апай Фәтҡуллина – ике улын махсус хәрби операцияға оҙатҡан оло йөрәкле әсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло улы Вәкил былтыр апрель айында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған. Бәләкәйе Алик ил именлеге хаҡына хеҙмәтен дауам итә.
– Алик 2022 йылдың авгусында уҡ контракт төҙөнө, Вәкил 2023 йылда юлланды. Алдан миңә әйтеп йөрөмәнеләр, борсорға теләмәгәндәрҙер инде. Алик юлға сығыр көндә генә хәбәр итте. Ә Вәкил “Әсәй, мин Чечнянан имен-һау ҡайттым бит, был юлы ла ҡайтасаҡмын” тип киткәйне лә, балам менән ҡабат осрашырға яҙманы. Былтыр 5 апрелдә бер ҡосаҡ сәскә тотоп, тыуған көнөмә тәғәйенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡайны. Ике аҙна янымда булып китте, шунан күп тә тормай һәләк булған. Ҡустыһы Алик үҙе оҙатып алып ҡайтты, – тип ауыр хәтирәләрен яңыртты яугир улын юғалтҡан әсә.
Вәкил 1995–1996 йылдарҙа Чечнялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. 2022 йылда МХО-ға өлөшләтә мобилизация башланғас, ул да саҡырыу ала, әммә йәше буйынса кире ҡайтаралар. Шулай ҙа әрме һынауҙарын, хәрби бәрелештәрҙе үткән ир-егет уйынан кире ҡайтмай һәм контракт төҙөргә ҡарар итә. МХО-ла сержант Фәтҡуллин пулемет бүлексәһенең тоҫҡаусыһы була. Батырҙарса һәләк булған Вәкил Морат улын тыуған ауылы Бәләкәй Байыҡта хөрмәт күрһәтеп һуңғы юлға оҙатҡандар.
Алты бала үҫтергән, һөйөклө ҡыҙын һәм улын юғалтыу ҡайғыһын кисергән Сәриә Мөхтәр ҡыҙы бөтә ҡайғыһын эскә йомоп, һыр бирмәйенсә йәшәргә тырыша. Ишембай ҡалаһында фатир һатып алып, шунда йәшәй, йәйен Бәләкәй Байыҡҡа ҡайта. Балалары уны яңғыҙ итмәҫкә тырыша, хәлен белешеп, ярҙам итеп тора.
– Аллаға шөкөр, бәләкәй саҡтан егәрле, эшкә шәп булдылар, ҡул эшенә оҫталар, – ти әсә. – Улдарымды уйламаған көнөм дә, сәғәтем дә юҡтыр. Тәҙрәгә ботаҡ һуғылһа ла, Алигым йәки Вәкилем ҡайтып, тәҙрә сиртәме икән, тип һикереп торам. Һалдат әсәләренең йоҡоһо шул тиклем һаҡ булалыр инде. Вәкилемдең үлеменә күңел ышанмай, ҡайтып инер төҫлө гел генә. Аллаһ Тәғәлә бер кемгә лә бала ҡайғыһы күрһәтмәһен, улдарыбыҙ еңеү яулап, имен-һау әйләнеп ҡайтһын.
Сәриә апайҙың бәләкәй улы Алик сроклы хеҙмәттә сик буйы һаҡсыһы була. Махсус хәрби операцияға юлланғанға тиклем вахта ысулы менән эшләй, әле ул водитель булып хеҙмәт итә. Ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында төпләнгән. Аликтың улы Радмир ҙа сроклы хәрби хеҙмәтен тултырып, Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан. Ҡыҙы Лүзиә хоҡуҡ һаҡсыһы һөнәренә уҡый.
Сәриә Мөхтәр ҡыҙы балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һәр береһенә именлек-һаулыҡ теләп кенә ғүмер итә, яу ҡырындағы Алигының имен-аман йөрөүен теләп, доғалар бағышлата.
“Кеше алдында иламаҫҡа тырыштым...”
Гөлнара Яҡупова Ишембай районының Байғужа ауылында йәшәй. Тормош юлдашы менән өс бала – ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың улы Йәмил Яҡупов – Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны составында ҡатмарлы ла, хәүефле лә яу юлдары үтеп, ауыр яраланып ҡайтҡан яугир-ветеран. Йәш кенә егеттең хәрби контракт төҙөү, ошондай яуаплы ла, ҡыйыу ҙа ҡарарҙы ҡабул итеү тарихы менән ҡыҙыҡһындым әсәһенән.
– Беҙгә, атаһы менән миңә, бөтөнләй әйтмәне. Ике апаһы менән шым ғына әҙерләнеп йөрөгән икән, Ишембайға бер нисә тапҡыр барып, кәрәк-яраҡ һатып алғандар. Бер көнө Йәмил: “Әсәй, әйҙә бөгөн шашлыҡ бешереп, ғаилә менән ултырып алайыҡ”, – ти. “Ярай һуң”, – тинем, шулай ҙа күңелем бер аҙ һиҫкәнеп ҡуйҙы, тиккә түгелдер был табын, тип уйланым. Шунда әйттеләр.
Улымдың хәрби контракт төҙөп, иртәгә юлға йыйыныуы тураһындағы хәбәр беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Мине лә, атаһын да тынысландырып, ҡәтғи генә әйтте: “Әсәй, атай, мин барырға тейешмен, башҡаса булыуы мөмкин түгел. Юлыма арҡыры төшмәгеҙ. Илде беҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡлар?” Нисек кенә ауыр булһа ла, ҡарарын ҡабул итеп, фахихабыҙҙы биреп оҙатып ҡалдыҡ, – тип һөйләне Гөлнара Минулла ҡыҙы.
Артабан инде ата-әсә һәм туғандар өсөн 23 йәшлек яугир егетте көтөү осоро башлана. Йәмил башта водитель булып хеҙмәт итә, унан инде взвод командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр.
– Водитель булған сағында юлда күп йөрөнө, Рәсәй ҡалаларына запас частар йәки башҡа төрлө кәрәк-яраҡ алырға бара торғайны. Юл ыңғай бер көнгә йәки бер нисә сәғәткә булһа ла һуғылып, күрешеп киткән саҡтары ла булды. Ә инде взвод командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнгәс, алғы һыҙыҡта йөрөнө. Ул саҡта инде йөрәкте усҡа тотоп, “ҡасан шылтыратыр, ҡасан баламдың тауышын ишетермен” тип йәшәлде. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, кеше алдында иламаҫҡа тырыштым, күҙ йәшенә гел төндә генә ирек ҡуя инем. Көндөҙ эшкә әүрәп, ваҡыт нисектер үтә, ә бына төндәрен ҡыйын була торғайны. Уйламаған уй ҡалмай, йоҡо – йоҡо түгел. Шуға күрә һалдат, яугир әсәйҙәрен бик яҡшы аңлайым, – ти Гөлнара апай.
Әсә улының бала сағын да иҫләп алды. “Балалар баҡсаһында тиҫтерҙәре шау-гөр килеп уйнағанда ла бәләкәй генә көрәге менән ҡар көрәп йөрөй торғайны, тип һөйләй тәрбиәселәре. Бала саҡтан эшкә тилбер, егәрле булды, әле лә шулай. Гел хәрби кейемдәге кешеләргә ҡыҙыҡты, әрмегә лә ҙур теләк менән юлланды, ҡалып, контракт буйынса ла хеҙмәт итеп ҡайтты. Шуға күрә махсус хәрби операция башланғас та, тағы килешеү төҙөү тураһында уйлана башлағандыр инде”, – ти Гөлнара Минулла ҡыҙы.
Ауыр яраланып, әллә нисә операция үткәреп, илебеҙ ҡалаларындағы бер нисә госпиталдә оҙайлы дауаланыу курстары үтеп, тыуған яғына, уны өҙөлөп көткән яҡындары янына ҡайтып төшә Йәмил Яҡупов. Байғужа ауылының батыр егетенең үҙе менән дә күрешеп, уның менән дә яҡындан таныштырғайныҡ.
Ә инде ысын яугирҙәр тәрбиәләгән оло йөрәкле әсәләргә ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ һәм ныҡлыҡ теләп хушлаштыҡ. Уларҙың илебеҙгә тиҙерәк еңеү килһен, барлыҡ яугирҙәр яҡындары янына имен-һау әйләнеп ҡайтһын, тигән изге теләктәренә беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡушылабыҙ.
Автор фотоһы.