

Яҡындарыңдың өҙөлөп көтөүен белеүҙән дә татлыраҡ, ҡәҙерлерәк хис бармы икән махсус хәрби операцияла йөрөгән яугир өсөн. Стәрлетамаҡ районының Яңы Федоровка ауылында йәшәүсе “Башҡорт” позывнойлы һалдаттың өйөнә барып, уның ҡатыны, балалалары менән танышҡандан һуң, быға йәнә бер инандыҡ.
– Бер Яңы йылды атайһыҙ ҡаршы алдыҡ. Унһыҙ күңелһеҙ булды. Шуға уның тиҙерәк ҡайтҡанын көтәбеҙ, – тип ихлас беҙҙең менән һөйләшеп китте 10 йәшлек Ваня.
Атайҙарының наградалары ла ғаиләһе өсөн ғорурлыҡ. Быйыл “Махсус хәрби операциялағы отличие өсөн” миҙалы менән бүләкләнеүе лә улар өсөн шатлыҡ. Яугирҙең командирынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа яҙған Рәхмәт хатында ла “Башҡорт” позывнойлы һалдаттың намыҫлы хеҙмәт итеүе сағыла. Ышаныслы хәрби дуҫ булыуы, хәрби бурстарҙы үтәгәндә үҙен батырҙарса, лайыҡлы тотоуы тураһында һүҙҙәр яҙылған хатта.
Илһөйәр яугир балаларына ла лайыҡлы өлгө күрһәтә. Дүрт бала үҫә был ғаиләлә. Настяға 13 йәш, Ваняға – 10, Алинаға – туғыҙ, Степанға тиҙҙән өс йәш тула. Атайҙары махсус хәрби операцияла булғанда әсәйҙәре менән тырышып бергә донъя көтәләр.
– Тормош иптәшем былтыр август айында контракт буйынса махсус хәрби операцияға китте. Был уның ныҡлы ҡарары ине. Тәүҙә быны ҡабул итеүе ауыр булды, ләкин уның ҡарарына ҡаршы килмәнек. “Беҙ бармаһаҡ, кем барыр?” тине ул. Ваҡытында ул армияла ла хеҙмәт итеп ҡайтты. Ауырлыҡтан ҡурҡмай. Уның менән ғорурланабыҙ һәм түҙемһеҙлек менән өйгә ҡайтҡанын көтәбеҙ, – тине яугирҙең ҡатыны Юлия Ирназарова. – Бик хәстәрле ғаилә башлығы ул. Күңеле матур, маҡсатына өлгәшә белә. Танышҡас, тәүге күреүҙән оҡшаттым. Ҡалала танышһаҡ та, икебеҙ ҙә бер һүҙҙән ауылда төпләнергә ҡарар иттек. Сөнки бында балаларға иркен. Эш күп булһа ла, хәҙер улар ҙа ҡул араһына инә. Быйыл хатта ике йәшлек Степа ла баҡсаға һыу һибешергә ярҙам итә.
Атайҙары тураһында һөйләгәндә балаларҙың күҙҙәре янып, йөҙҙәре нурланып китә.
– Атайыбыҙ аҡыллы, яҡшы күңелле, эшсән. Мине лә эшкә өйрәтә, уның менән бергә утын ярған бар. Ял көндәрендә балыҡ ҡармаҡларға ла сыға торғайныҡ. Атайым менән бик ғорурланам. Уның һымаҡ хәрби булырға теләйем. Балалар баҡсаһында ГТО буйынса физкультуранан алтын миҙал яуланым. Мин унда кәүҙәне күтәреү, йүгереү, һикереүҙә яҡшы һөҙөмтә күрһәттем, – тип һөйләне үҫмер.
Ваняның уңыштары физкультурала ғына түгел. Быйыл IV класҡа барған малай грамотларын да күрһәтте. Уға бигерәк тә математика оҡшай икән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙең улы булараҡ, “Патриот” паркында “Геройҙар биләмәһе” тигән илһөйәрлек слетында ла ҡатнашҡан.
VII класҡа барыусы Настя ла ата-әсәһен уңыштары менән шатландыра. Уҡыу алдынғыһы, маҡтау грамоталары ла байтаҡ. Гагарин кубогына олимпиадала мәктәп, муниципаль этаптарҙа ҡатнашҡан. ”Беҙ яҡшы уҡыһаҡ, атайыбыҙ ҙа ғорурлана, шатлана”– ти ул.
Алина ла Гагарин кубогына олимпиадала призлы урындар яулай, республика этабында ла ҡатнашҡан. Шиғыр һөйләүселәр конкурсында ла республика кимәлендә икенсе урын яулаған.
Атайҙарын улар ошолай төрлө уңыштары менән һөйөндөрөп кенә торалар. Быйыл май айында яугир ялға ҡайтып киткән. Был көндәр тотош ҙур байрамға әүерелгән.
– Балаларға сюрприз эшләргә булдыҡ һәм атайҙары ҡайтып килеүе тураһында алдан әйтмәнек. Иремде Өфөгә барып ҡаршы алдым. Иртәнсәк ҡайтып кереүгә иң беренсе Ваня күреп ҡалды. Ул “атай” тип йүгереп ҡосаҡлап алды, ул арала ҡыҙҙар ҙа килеп сыҡты. Шатлыҡтың сиге булманы ул көндө, – тип һөйләне Юлия Александровна.
Ғаиләлә үҙ-ара йылы, матур мөнәсәбәт ситтән дә тойола. Балалар ҙа ихластар, аралашырға яраталар.
– “Иң яҡшы әсәй һәм иң яҡшы атай беҙҙеке!” – ти бәхетле йылмайып Алина. – Атайымдың ялға ҡайтҡан көн шатлыҡ байрамы һымаҡ булды. Ул эргәлә булғанда беҙгә бик рәхәт. Атайымдың һәр ваҡыт янда булыуын теләйем, – ти ҡыҙ.
Ирназаровтар ғаиләһенең матур йолалары ла бар. Тыуған көндәрҙә ҙут торт алып, ҙур бүләк әҙерләп үткәрәләр. Бындай саралар ғаиләне тағы ла нығыраҡ туплай, нығыта.
Атай мәртәбәһен дә юғары ҡуялар.
– Атайығыҙ менән кәңәшләшегеҙ, ул нимә тиер, тим һәр ваҡыт балаларға. Шуға ла өйҙә атай абруйы ҙур, – ти әсәй кеше.
Яугирҙең ғаиләһенә ситтән дә иғтибар, хөрмәт бар. Мәҫәлән, Яңы йыл сараһына район мәҙәниәт йортона саҡырғандар. Балалар ихлас күңел асып, бүләктәр алып ҡәнәғәт булып ҡайтҡандар.
Ғаилә башлығына иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтып, балалары менән күрешеү ҡыуанысын тиҙерәк кисерергә яҙһын.
Автор фотоһы.