Ғорурланабыҙ
12 Август 2025, 16:30

Байраҡтар парады үтә

22 августа Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Оборона министрлығының “Армия мәҙәниәте көндәре” федераль проектын тантаналы асыу көтөлә. Фестиваль Өфөлә һәм республиканың барлыҡ муниципалитеттарында бер аҙна дауам итә.  

Байраҡтар парады үтәБайраҡтар парады үтә
Байраҡтар парады үтә

Байраҡтар парады үтә

22 августа Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Оборона министрлығының “Армия мәҙәниәте көндәре” федераль проектын тантаналы асыу көтөлә. Фестиваль Өфөлә һәм республиканың барлыҡ муниципалитеттарында бер аҙна дауам итә.  Уны үткәреү инициативаһы - БР Хөкүмәте ярҙамында төбәк  Башлығыныҡы.

Тантаналы парад һәм байраҡлы төркөмдәр

Тантанала кадеттар, юнармеецтар һәм хәрбиҙәр ҡатнаша. Улар майҙан буйлап Рәсәй дәүләт флагын, Башҡортостан Республикаһы флагын, Еңеү Байрағын (150-се Идрицк уҡсылар дивизияһының штурмлау флагы), Ҡоро ер ғәскәрҙәре, Һауа көстәре, Хәрби-Диңгеҙ флоты, РВСН, Һауа-десант ғәскәрҙәре флагтарын, 31-се мотоуҡсылар полкының “Башҡортостан” байрағын тантаналы тотоп үтәсәк.  

БР Дәүләт симфоник оркестры аккомпанементы аҫтында (дирижеры — халыҡ артисы Дмитрий Крюков) Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраясаҡ, ә флагтар күтәреү тантанаһы - кисәнең төп ваҡиғаһы.

Музыкаль фестиваль һәм опера йондоҙҙары

Парадтан һуң III “Көҙ романтикаһы” халыҡ-ара классик музыка фестивале башлана.

Кисәлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Василий Ладюк, Белоруссияның атҡаҙанған артисы Оксана Волкова башҡарыуында һуғыш йылдары йырҙарын ишетеү мөмкинлеге бар.

Белешмә

“Армия мәҙәниәте көндәре” Башҡортостанда 22 - 27 августа үтә. 300-ҙән ашыу сара, шул иҫәптән Совет майҙанында киске концерттар планлаштырылған (башлана 18:00 сәғәттә). Инеү ирекле.

Мәғлүмәт һәм фото: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-08-12/v-ufe-v-ramkah-dney-armeyskoy-kultury-proydyot-parad-flagov-i-bolshie-kontserty-4346268

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас