

Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәрҙең иңенә ауыр бурыс һалынған. Ләкин улар уның ҡыйынлығын һиҙҙермәй, бер нимәгә зарланмай, сабыр ғына хәрби бурысты үтәйҙәр. Ошондайҙарҙың береһе – Көйөргәҙе районы егете, “Ильдарадо” позывнойлы яҡташыбыҙ.
Әлеге көндә махсус хәрби операцияла йөрөгән замандашыбыҙҙың бер туған һеңлеһе Ермолаевка ауылынан Илмира Малбаева менән әңгәмәбеҙ яугир тураһында барҙы.
– Ағайым һәр ваҡыт көслө рухлы булыуы менән өлгө булып торҙо. Армияға барып һалдат бурысын үтәне, уға Чечняла хәрби хәрәкәттәрҙә лә ҡатнашырға тура килде. Шул ваҡытта уҡ “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булды. Махсус хәрби операция башланғанда ул Сахалинда төҙөлөштә эшләп йөрөй ине. “Повестка килһә, бөтә эшемде ташлайым да махсус хәрби операцияға юлланам”, тип алдан уҡ әйтеп ҡуйҙы һәм шулай эшләне лә. Хәҙер өс йылға яҡын хәрби хеҙмәттә. “Был – минең бурысым. Әгәр мин унда кәрәкмен икән, махсус хәрби операцияла булырға тейешмен”, тип ҡәтғи яуап ҡайтарҙы. Ауырлыҡтар алдында ҡаушап, ҡурҡып ҡалмаған ағайым менән бик ғорурланам, - тип һөйләне Илмира.
“Ильдарадо” позывнойлы яугир менән, ысынлап та, ғорурланырлыҡ. Былтыр күрһәткән батырлығы өсөн Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән. Быйыл уға Жуков миҙалы тапшырылған.
– Ағайым бала саҡтан мине һәр ваҡыт хәстәрләп үҫтерҙе. Ул минең ҡанатым һымаҡ. Ғөмүмән, бөгөнгә минең дүрт ҡәҙерле кешем махсус хәрби операцияла. Ағайымдан һуң ирем дә контракт буйынса юлланды. Ике туған ҡустым менән ағайым да махсус хәрби операцияла. Уларҙың ялға ҡайтыуҙары ла көтөп алынған һөйөнөслө ваҡиға. Ағайымдың беренсе тапҡыр отпускыға ҡайтҡаны әле лә күҙ алдында. Алдан “ҡайтырға тейешмен” тип кенә әйткәйне, көнөн хәбәр итмәне. Бер көн баҡсала эшләп йөрөгән сағымда шылтыратһам, ҡайтып килеүен аңлап алдым. Күмертауҙамын, тигәс, бөтә эшемде ташлап, машинаға ултырып, уны ҡаршы алырға елдерҙем. Шул тиклем ныҡ тулҡынланғанмын, шул тиклем ныҡ ашыҡҡанмын, хатта бер аяғымда баҡсала йөрөгән тапочка менән сығып киткәнмен. Ундағы шатлыҡ хистәрен һүҙ менән генә аңлатып бөтөп булмай. Донъялар тынысланып, яҡындарымдың бөтөнләйгә тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләйем, – ти Илмира.
Әңгәмәсем, ғөмүмән, ағай-ҡустылары менән бала саҡтан ғорурланып үҫеүен йәшермәне:
– Минең өләсәйемдең туғыҙ ейәне һәм мин, бер ейәнсәре, булды. Шуға бәләкәйҙән ағай-ҡустыларымдың терәген тойҙом. Тыуған илебеҙгә ауыр саҡта улар - Ватаныбыҙҙың таянысы.
Еңел булмаған бөгөнгө заманда сағыла ир-егеттәребеҙҙең, халҡыбыҙҙың берҙәмлеге, көсө.
Фото: Илмира Малбаеваныҡы.