Ғорурланабыҙ
22 Август 2025, 05:00

“Дуҫтарым китте, мин дә барам”

Ошолай тип МХО-ға  юллана Салауат районы батыры  

“Дуҫтарым китте, мин дә барам”“Дуҫтарым китте, мин дә барам”
“Дуҫтарым китте, мин дә барам”

Махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙға ярҙам булһын тип, тырышҡан замандаштарыбыҙ аҙ түгел. Уларҙың эше бер ваҡытта ла тынмай. Маскировка селтәре үрәләр, башҡа кәрәк-яраҡтарын да әҙерләйҙәр, тәмлекәстәр ҙә бешерәләр. Тыуған яҡтың иғтибары ситтә йөрөгән яугирҙәрҙең күңелен йылытһын өсөн тырышалар.

Салауат районы Малаяҙ ауылында маскировка селтәрҙәре үреүселәр араһында яугир әсәһе Флорида Минғәлиеваны тап иттек. Ҡыҙы Анеля менән   бергәләп килгәйнеләр.

Ә бит ауыр ҡайғылар ҙа кисергән әсә йөрәге. “Янған” позывнойлы улы Ян Хәмзә улы 50 йәшендә, 2024 йылдың апрель айында, махсус хәрби операцияла һәләк була.тҮлгәндән һуң уға “Батырлыҡ ордены” тапшырыла.

“Ни өсөн улығыҙға Ян тигән исем ҡуштығыҙ?” тигән һорауыбыҙҙан башланып китте әңгәмәбеҙ.  

–Ирем Грузияла хеҙмәт иткән. Шунда Ян исемле поляк дуҫы булған. Һуңынан һәр береһе ғаилә ҡорғас, улдарына бер -береһенең исемен ҡушырға һүҙ бирәләр. Шуға ла  улыбыҙға Ян тигән исемде һайланыҡ, – тине Флорида апай. 

“Янғантау” шифаханаһында спорт-һауыҡтырыу комплексының начальнигы булып эшләй яугир. Үҙе лә футбол, еңел атлетика менән шөғөлләнә. Йыл һайын атаһы иҫтәлегенә ветерандар араһында футбол ярышы уҙғара. Әйткәндәй, атаһы Хәмзә ағай ҙа заманында футбол менән мауыға, мәҙәниәт идаралығы начальнигы булып хеҙмәт итә.

Махсус хәрби операция башланғас, дуҫтары, хеҙмәттәштәре китеүенә битараф ҡала алмай Ян Хәмзә улы. “Дуҫтарым унда булғанда тороп ҡала алмайым” тип улар янына ашҡына. Бер нисә тапҡыр кире бороп та ҡайтаралар. Ләкин барыбер үҙ маҡсатына өлгәшә. Тиҙҙән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана.

– Тәүҙә был хәбәрҙе ишетеүе ауыр булды. Беҙ ҙә, ҡатыны ла, ҡыҙы ла күндек аҙаҡ. “Үҙеңде һаҡла” тип кенә әйтә алдым улыма. Һуңғы тапҡыр телефон аша һөйләшкәндә “Барыһы ла яҡшы, әсәй. Беҙҙе заданиеға ебәрәләр. Оҙаҡ ҡына бәйләнеш булмаҫ”, тине. Шул һөйләшеүҙән һуң, бәйләнешкә сыҡманы. Июлдә улымды ерләнек. Бик һағынам уны. Тыныс кеше ине, эшендә яҡшы ойоштороусы булды, хеҙмәттәштәре хөрмәт итеп торҙо. Үҙенең артынан матур иҫтәлек ҡалдырҙы, – тине әсәй кеше күҙҙәре йәшләнеп.  

Һалдаттарға ярҙам итеп күңелен баҫырға тырыша 74 йәшлек яугир әсәһе. “Маскировка селтәрҙәренә һорау ҙур, шуға бер көн дә килмәй ҡалған юҡ. Кеше араһында йөрөһәм, үҙемә лә еңелерәк”, – ти ул. Ауыр ҡайғыларҙы кисергән әсәгә бөгөн айырыуса рухи терәк кәрәк. Был йәһәттән ул яҡташтарының иғтибарын, йылылығын тойоп йәшәй. Байрамдарға ла әленән-әле саҡыралар. “Хакимиәттән дә һәр ваҡыт хәлемде белешеп торалар” , - ти әсәй кеше.

Ҡасандыр музыка уҡытыусыһы, социаль педагог булып эшләгән ханым “Сударушка” тигән йыр ансамбле ойоштороп ебәргән. Уның составында  һалдаттарға ярҙам итеүсе ирекмәндәр. Улар хатта 9 Май парадында “Шайморатов генерал” йырын йырлап үткәндәр.

Тыуған иленең ысын патриотын үҫтергән Флорида Баязит ҡыҙы кеүек әсәйҙәр алдында баш эйерлек. Йөрәктәрен бала ҡайғыһы телгеләһә лә, кешегә күрһәтмәйҙәр, башҡа һалдаттарға еңелерәк булһын өсөн, еңеү өсөн тырышалар.

Яҡындары футбол буйынса ярышты хәҙер аталы-уллы Ян һәм Хәмзә Минғәлиевтар иҫтәлегенә ойошторорға йыйына.

Яугирҙең бер туған һеңлеһе Анеля ағаһы тураһында күңелендә тик йылы хәтирәләр һаҡлай.

–Бала саҡтан ағайым терәк булды. Бер ҡасан да зарланманы. Махсус хәрби операцияға киткәндә лә  “Мин ҡайтырмын, мин бит “везучий”, – тине.    Һуңғы тапҡыр һөйләшкәндә  “Барыһы ла яҡшы булыр” тип тынысландырҙы.  Хатта төшөмә лә ул  йылмайып килеп керә. Ағайым менән ғорурланам. Ул донъялағы иң яҡшы ағай, – тип  яҡын кешеһен  хәтергә алғанда Анеляның да күңеле тулды.

Әйткәндәй, уның ире лә бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла.  Хәҙер инде өс йыл Салауат Юлаев батальонында хеҙмәт итә. Шуға Анеля   һалдаттарға ярҙам итеү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. 

Автор фотоһы.  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас