

Ауылдарҙағы ябай, матур ғаиләләрҙә сағыла йәмғиәтебеҙҙең көсө, ныҡлығы. Илеш районының Сейәле Әтәс ауылынан Зәйтүнә һәм Рәзиф Әкрәмовтар ауылдың үрнәкле ғаиләләренең береһе, тип уларҙың йортона алып килде Баҙытамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Илфат Закиров.
– Бик абруйлы ғаилә. Рәзиф ағай иретеп йәбештереүсе булып хеҙмәт итте. Зәйтүнә апай Октябрьский ҡалаһында мастер булып эшләне. 1990 йылда ауылға ҡайтып төпләнделәр. Дүрт ул үҫтерһәләр, барыһы ла хәрби юлдан китте. Икәүһе бөгөн махсус хәрби операцияла, – тип йорт хужалары менән таныштырҙы ул.
“Монгол” позывнойлы улдарының ялға ҡайтҡан мәленә тура килдек.Бик ҡаты яралар алып, госпиталдә дауаланған. Әлеге көндә инвалидлыҡ алыуҙы көтә.
34 йәшлек яугир 2022 йылдың октябрендә мобилизация буйынса МХО-ға юллана.
– Ул ваҡытта вахта менән Себерҙә төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры булып эшләп йөрөй инем. Күптәр махсус хәрби операцияға китә башланы. “Миңә лә повестка бирегеҙ “, тип хәрби комиссариаттан һорап алдым. Күңелдә ҡурҡыу хисе булманы. Тәүҙә идаралыҡ взводы командиры булып хеҙмәт иттем, аҙаҡ штурмлау ротаһы старшинаһы итеп тәғәйенләнеләр, – тип һөйләп алып китте хәрби хеҙмәт тормошо тураһында яугир.
Яуаплы бындай бурыстарҙы башҡарыу өсөн Илеш егетенең алдан тәжрибәһе лә була. Тәүҙә ил алдындағы һалдат бурысын үтәй. 2013-2016 йылдарҙа Ырымбур өлкәһендә өлкән прапорщик булып контракт буйынса хеҙмәт итә. 2016 йылда хәрби хеҙмәттән азат ителә, 2022 йылда йәнә хәрби тормошон һайлай.
Ҡурҡыу белмәҫ, ҡуйылған бурысты еренә еткереп үтәргә өйрәнгән “Монгол” позывнойлы яҡташыбыҙ былтыр 1 июндә ҡаты яралана. Бер күҙе хатта ағып сыға, икенсеһенең дә күреү һәләте ҡырҡа кәмей. Һаулығына ныҡлы зыян килеү сәбәпле, әле яугир демобилизациялауҙы көтә.
– Дрон һөжүменән ҡаты яралар алдым. Яҡташым, Илеш районы егете менән бергә инек. Ул ҡотолоп ҡалды. Минең ҡаты яраланғанды күреп, ярҙамға ашыҡты. Дүрт көн дауамында яралы килеш эвакуация урынына тиклем атланыҡ. 5 июндә мин Донецкиҙа госпиталдә инем. Шул төндә күҙемдәге яраны тектеләр, – ти ҡот осҡос ауыр яраларҙы кисергән әңгәмәсем.
Йылдан ашыу госпиталдә дауалана ул. Ҡаты һынауҙар аша үтһә лә, үҙен ныҡлы тота замандашыбыҙ, бер ниндәй зарланыу һүҙен ишетмәнек. Түҙемлек, ныҡлыҡ - яугирҙе биҙәгән төп сифаттарҙың береһе.
Бала сағында ниндәй булды икән ул? Ҡайҙан килә ундағы рух ныҡлығы? Һорауымды ата-әсәһенә төбәнем.
–Бик шуҡ, шаян ине бәләкәй саҡында. Дуҫтары күп булды, үҙен барыһы ла яратты, хөрмәт итте. Ағайҙары уны иркәләп кенә үҫтерҙе. Шулай ҙа, бәләкәй булһа ла, уларҙан ҡалышманы. Бик тәүәккәл булды. Был сифаты һуңынан да юғалманы, – тине Зәйтүнә апай менән Рәзиф ағай.
Яҡташыбыҙҙың наградалары ла уның ҡаһарманлығы тураһында һөйләй. “Украинала хәрби хәрәкәттәр ветераны”, “Намыҫ. Дан. Батырлыҡ”, “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн” миҙалдары уның күкрәген биҙәй.
–Бер-беребеҙ өсөн яуаплылыҡ көслө унда. Туғандар һымаҡ яҡын кешеләргә әйләнеп бөтәһең. Башҡортостандан ярҙам алыу, беҙҙең турала хәстәрлек тойоу көсөбөҙҙө нығытты. Республикабыҙҙан хатта машина ла ебәрҙеләр. Үҙемдең исемгә Илештән дә ярҙам алдым. Маскировка селтәрҙәре, өй күстәнәстәре алыу һөйөнөслө ине, – тип яҡташтарына рәхмәт белдерергә онотманы яугир.
Ошондай егеттәргә ҡурҡмайынса таянырға була. Сөнки илгә ауыр саҡта улар үҙҙәренең ғүмерҙәрен дә йәлләмәй махсус хәрби операцияға юлланды. Яҡташтарының хөрмәте сикһеҙ илебеҙ батырҙарына.
Автор фотоһы.