

Яҡташтарыбыҙҙың махсус хәрби операция биләмәһендә бурыстарын намыҫ менән үтәүе тураһында командирҙарҙан уларҙың тыуған яҡтарына, туғандарына маҡтау ҡағыҙы йыш килә. Мәҫәлән, сығышы менән Ҡыйғы районынан булған "ТаТа" позывнойлы һалдаттың батырлыҡтары хаҡында уның яҡындарына хат килеп төшкән.
Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Салауат Фәтҡуллин билдәләүенсә, ҡыйғыларҙың ҡыйыулығы һоҡландыра, шатландыра. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға хөрмәттән һәм маҡтауҙан башҡа һүҙҙәре юҡ. Ватан һаҡсыларының ошондай батыр эштәре йәш быуын өсөн ысын мәғәнәһендә өлгө.
– Минең менән бергә башҡортостандар, һәм әлбиттә, ҡыйғылар бихисап хеҙмәт итә, – тип һөйләй "ТаТа". – Хәйер, ил һағына баҫҡандан алып, рәсәйҙәрҙең барыһы ла йән дуҫыма әйләнде, бер туғандарға әүерелдек. Бер һыныҡ икмәкте бүлеп ашарлыҡ иптәштәрҙең булыуы – ҙур бәхет!
Алғы һыҙыҡта саҡта һалдаттар бер-береһе өсөн ҡалҡандай. Яҡташтар араһында бер ниндәй ҙә ҡурҡыу булмаған, берәү ҙә бер кемде ташлап ҡасмаған, киреһенсә, һәр кем дошманға ҡаршы батырҙарса һуғышҡан, яуҙаштарын ярҙамдан өҙмәгән. Ошолар тураһында һөйләне әңгәмәсем.
"ТаТа"ның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн һәр һалдат Геройға тиң. Ундай арыҫлан йөрәклеләр бар саҡта ул Еңеүгә лә күп ҡалмауын бөтә йөрәге менән һиҙә.
Юлиә Фазлиәхмәтова фотоһы.