Ғорурланабыҙ
1 Сентябрь 2025, 04:00

"Башҡорт" тыныслыҡ урынлаштыра

Һәр яугир өсөн һәр йәһәттән дә ярҙамдың булыуы ныҡ мөһим

"Башҡорт" тыныслыҡ урынлаштыра"Башҡорт" тыныслыҡ урынлаштыра
"Башҡорт" тыныслыҡ урынлаштыра

Күптән түгел "Башҡорт" позывнойлы Ватан һаҡсыһы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Шатлыҡлы хәбәрҙе Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова еткерҙе.

– Беҙ махсус хәрби операция биләмәһенән тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡан һәр яҡташыбыҙҙы ҙурлап ҡаршы алабыҙ, әле лә "Башҡорт"ҡа оло хөрмәт күрһәттек, – ти Лилиә Рәмил ҡыҙы. –Беҙҙең саҡырыуҙы ихлас ҡабул иткәндәре өсөн һалдаттарға рәхмәтлебеҙ, улар ҡатнашлығында осрашыуҙар бик тә йөкмәткеле уҙа.

"Башҡорт" билдәләүенсә, махсус хәрби операция билмәһендә ҡатнашыусы һәр яугир өсөн ярҙамдың булыуы ныҡ мөһим, әлбиттә, тыуған яҡтарҙан гуманитар йөктөң килеүен күреү – ҙур бәхет, хәйер, уны ябай һүҙҙәр менән генә аңлатып бөтөү ҙә мөмкин түгел.

Ялда саҡта ил һаҡсыһын төрлө урындарға осрашыуҙарға саҡырғандар. Олоһо ла, кесеһе лә уға бик күп һорауҙар биргән, тыныслыҡ урынлаштырыусы һалдат бөтәһе тураһында ла һөйләгән.

– Беҙгә, һалдаттарға, командирҙар тарафынан ниндәй бурыс йөкмәтелә, барыһын да намыҫ ҡушыуы буйынса үтәйбеҙ, барыбыҙ ҙа ҡаҡшамаҫ бер йоҙроҡ булып төрлө уй-маҡсаттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, ә инде тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡан ерҙәрҙән тағы ла үтеү, тыуған яғымдың саф һауаһын һулау, киләсәктә ниәттәр билдәләү өсөн отошло ла, файҙалы ла, – ти әңгәмәсем.

Фото: Лариса Мырҙакамалова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас