Ғорурланабыҙ
2 Сентябрь 2025, 02:00

Яуҙа доға китабынан айырылмай

Иҫән ҡайтыуы менән бәхетле ветеран.

Яуҙа доға китабынан айырылмайЯуҙа доға китабынан айырылмай
Яуҙа доға китабынан айырылмай

Илештә саҡта таяҡ ярҙамында ипләп кенә атлап килгән махсус хәрби операция ветераны Айрат Маннановты йыраҡтан уҡ күреп ҡаршыһына сыҡтыҡ. Ике аҙна элек кенә хәрби хеҙмәттән азат ителеп,  тыуған яғына  ҡайтып төшкән ул. Төплөлөк, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ бөркөлөп тора Теләкәй ауылы яугиренән.

“Илеш МТС-ы”нда электр-газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләгән мәлендә 2024 йылдың 2 авгусында контракт буйынса махсус хәрби операцияға юллана ул. Был ниәтен яҡындары ла аңлап ҡабул итә.

–Бала саҡтан һеңгән патриотизм тойғоһо махсус хәрби операцияға барырға этәргес бирҙе. Шулай ҙа юлға сыҡҡанда күңелгә моңһоу булды. Тәҙрәнән күҙемде алмай тыуған яғымды тәҙрәнән ҡарап барҙым. Иртәгә юлға сығаһы көндө ауылдашым Рәмилә апай доға уҡып, доғалар яҙылған китап бүләк итеп оҙатты. Шул бәләкәй генә китапсыҡты һәр ваҡыт үҙем менән йөрөттөм. Еүешләнеп, бөкләнеп бөттө, ләкин үҙемдән ҡалдырманым. Доғаларҙың үҙемде һаҡларына ышандым, – тип хәрби тормошо тураһында һөйләп алып китте Илеш районы яугире.

Йәш сағында ил алдындағы һалдат бурысын ике йыл Ҡаҙағстанда үтәй. Шуға ла уның әҙерлек кимәле була. Махсус хәрби операцияла тәүҙә  ике аҙна күнекмәләрҙә була.  Яуаплы бурыс йөкмәтелә уға – стрелок (атыусы) булып алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә.

– Махсус хәрби операцияла булыу, әлбиттә, холҡомдо үҙгәртте.  Әле лә төндәрен тертләп уянып китәм. Унда булып ҡайтыу бөтә нәмәнең ҡәҙерен белергә, һәр нәмәгә яуаплы ҡарарға өйрәтте, - тине махсус хәрби операция ветераны.  

Яуҙа ҡаты яраланған мәлен дә ул бөгөнгөләй хәтерләй.

–Былтыр октябрҙә аяғым ҡаты яраланды. Иптәштәр жгут һалып, укол эшләне лә юлдарын артабан дауам итте. Ҡан күп аҡты. Шыуышып, тырмашып ҡайттым. Хеҙмәттәштәр ҡаршы килеп алып госпиталгә оҙаттылар. Тәүҙә Донецкиҙа, шунан Ростовта дауаландым. Һуңынан Моздокта операция эшләнеләр. Быйыл май айында Мәскәүҙә протез ҡуйҙылар, – тине яугир.

Әле аяғындағы яралары ла ныҡлып бөтәшеп бөтмәгән, шуға ла атлауы ла уға ауырыраҡ. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтһа ла, бындағы тыныс тормошҡа һаман да өйрәнеп китә алмай, күңеле менән яуҙаштары янында.

– Иптәш егеттәр махсус хәрби операцияла ҡалды. Улар тураһында уйландыра, телефон аша ла хәбәрләшеп торабыҙ. Ауырлыҡтарҙы бергә күрҙек, төнгөлөккә бронежилетты ла һалмай арҡа терәшеп йоҡлаған дуҫтар улар. Яҡташтар араһында бер-береңә ярҙам итеү, терәк булыу көслө унда. Минең взводта Башҡортостандан 11 егет булды. Һәр ваҡыт бер-беребеҙгә таяныс булдыҡ. Үкенескә ҡаршы, ошо 11 егеттең өсәүһе генә иҫәнбеҙ, – тине яугир һәм һәләк булған яуҙаштарының фотоһүрәттәрен күрһәтеп, уларҙы хәтергә алды.

 Махсус хәрби операцияла йөрөгәндә яҡташтары тарафынан да һәр ваҡыт ярҙам тойоуҙары тураһында һөйләне Айрат Маннанов. Башҡортостандан гуманитар ярҙамды йыш алыуҙары тураһында белдерҙе.

– Патриотизм беҙҙең ҡанда. Ваҡытында Даян ҡартатайым Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Атайымдың ағаһы Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған. Атайым да һалдат бурысын лайыҡлы үтәгән. Илгә ауыр саҡта мин дә хәрби хеҙмәттән  ситтә ҡалманым, – тине ул.

Айрат Маннановтың күкрәген Изге Георгий ордены – 4-се дәрәжә Георгий тәреһе биҙәй. "Хәрби хәрәкәттәр ветераны" тигән билдә лә яу юлы тураһында хәтерләтеп тора.

Яугир менән һөйләшкән арала уның ауылдаштарын да күреү форсаты тейҙе. Илеш район Советы рәйесе Наил Ғәйнуллиндан тик йылы һүҙҙәр ишеттек.

– Бик тырыш, эшсән алты балалы ҙур ғаиләлә үҫте  Айрат. Ата-әсәһе колхозда малсылыҡта тырышып эшләне. Уларға оҡшап Айрат та бик яуаплы, иретеп йәбештереүсе булды. Махсус хәрби операцияға киткәнсе ауылды төҙөкләндереү эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты, өмәләрҙән дә ситтә ҡалманы. Ауылдашымдың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуына бик шатбыҙ, – тине ул.

– Иҫән йөрөп ҡайтһам, Ишҡар ауылындағы ҡарттар йортона, Иҫәнбәттәге балалар приютына хәйер бирәм тигән ниәтем бар ине, әйткән һүҙемде үтәнем. Мине оҙон юлға доға уҡып оҙатҡан Рәмилә апайҙың да хәлен белештем. Яҡташтарым тарафынан хөрмәт, иғтибар тоям. Хәлемде һорашалар, документтарҙы хәстәрләгәндә лә ярҙам иттеләр, дауаханала ла сиратта ултырған юҡ. Мин махсус хәрби операцияла булғанда тормош иптәшем дә иғтибарһыҙ ҡалмаған. Мин эшләгән “Илеш МТС-ы” директоры Рәүис Зариповҡа айырыуса рәхмәт. Мин ҡайтҡанда ла хөрмәтләп ҡаршылап, эшкә саҡырҙы. Йылы, иғтибарлы мөнәсәбәттән, әлбиттә, күңел була, – тип яҡташтарына рәхмәт әйтергә онотманы ветеран.

Икенсе төркөм инвалидлығы алып ҡайтҡан яугиргә әле нығынырға, һаулығын яҡшыртырға кәрәк. Иң мөһиме иҫән-имен ҡайтып еткән.

 Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас