Ғорурланабыҙ
6 Сентябрь 2025, 07:30

Башҡорт аты менән таныштырыусы фильм

Фильм башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә “Башҡорт аты” брендын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Фильм республиканың йылҡысылыҡ традициялары айырыуса һаҡланған райондарында, шул иҫәптән Баймаҡ районында, төшөрөлгән. Тыуған тәбиғәтебеҙҙең матурлығы, билдәле башҡорт аты һәм яғымлы башҡорт теле шулай уҡ фильмдың “геройҙары”на әүерелгән. Был төбәктең турист мөмкинлектәрен үҫтереүгә һәм башҡорт мәҙәниәтен сит илдәрҙә популярлаштырыуға булышлыҡ итә.

Башҡорт аты менән таныштырыусы фильмБашҡорт аты менән таныштырыусы фильм
Башҡорт аты менән таныштырыусы фильм

Башҡорт аты тураһында фильм күрһәтелә

5 - 6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле буйында “Башҡорт аты” этно-мәҙәни фестивале бара. Программала - һыбайлыларҙың сығыштары, концерт, халыҡ уйындары, һөнәрселәр йәрминкәһе һәм оҫталыҡ дәрестәре.

Фестиваль барышында “Башҡорт аты – Башҡортостан бренды” документаль фильмының промо-ролигы күрһәтелә. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары ярҙамында тормошҡа ашырылған һәм Башҡортостандың йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү,  халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелә.

Фильм башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә “Башҡорт аты” брендын үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Фильм республиканың йылҡысылыҡ традициялары айырыуса һаҡланған райондарында, шул иҫәптән Баймаҡ районында, төшөрөлгән. Тыуған тәбиғәтебеҙҙең матурлығы, билдәле башҡорт аты һәм яғымлы башҡорт теле шулай уҡ фильмдың “геройҙары”на әүерелгән. Был төбәктең турист мөмкинлектәрен үҫтереүгә һәм башҡорт мәҙәниәтен сит илдәрҙә популярлаштырыуға булышлыҡ итә.

Фильмда ысын ҡымыҙ әҙерләү серҙәре менән “Ирәндек” этно-турының ҡымыҙ бешеүсеһе Айһылыу Фәйзуллина уртаҡлаша, ат спорты менән яҡындан Рәсих Йортбәков таныштыра, ат спортын үҫтереүгә индергән өлөшө хаҡында Алмас Шөғөров һөйләй. Фильмды төшөрөүҙә шулай уҡ йылҡысылар, ғалимдар, ҡымыҙ эшләүселәр, тире эшкәртеү оҫталары, ат ярышы спортсылары ҡатнашҡан. Документаль фильм тамашасыларҙы үҙенсәлекле башҡорт аты менән таныштырыуҙан тыш, профилле уҡыу йорттары студенттары, йәш белгестәр, йылҡысылыҡ һәм башҡорт йолалары менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн дидактик материал да була ала.

     

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас