Ғорурланабыҙ
6 Сентябрь 2025, 18:20

 “Торатау” ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алды

Чилиҙа үткән ЮНЕСКО Советы ултырышында эксперттар бер тауыштан “Торатау”ҙы Бөтә донъя селтәренә индереү өсөн тауыш бирҙе. Шатлыҡлы яңылыҡты Башҡортостан Башлығы үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

“Торатау” ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алды“Торатау” ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алды
 “Торатау” ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алды

 “Торатау” ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алды

Чилиҙа үткән ЮНЕСКО Советы ултырышында эксперттар бер тауыштан “Торатау”ҙы Бөтә донъя селтәренә индереү өсөн тауыш бирҙе. Шатлыҡлы яңылыҡты Башҡортостан Башлығы үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, унда инеү өсөн ғариза 2021 йылда уҡ ебәрелгәйне. 2022 йылда “Торатау”ға Ирландия һәм Испаниянан баһалау бурысы менән килгән эксперттар ҡайһы бер тәҡдимдәрен әйтеп киткәйне, уларҙы төбәктә яйлап үтәйҙәр. Һөҙөмтәлә геопарк геотуризм һәм белем биреү башланғыстарының мөһим үҙәгенә әйләнде.

Хәҙер Торатау түбәһенә эколестницанан күтәреләләр, Евразия климат консорциумы – “Карбон полигоны” федераль проекты сиктәрендә Евразия Фәнни-белем үҙәгенең Климат йорт-музейы асылған. Быйыл йәй ике масштаблы нөктә — “Усолка” һәм “Алыҫ Төлкәҫ”эталон геологик киҫелештәре эшләй башланы.

 “Торатау” – Башҡортостандағы Глобаль селтәргә ингән икенсе геопарк. 2020 йылда “Янғантау” индерелгәйне. Быйыл Өфө фән һәм технологиялар университетында ЮНЕСКО-ның “Геопарктар һәм тотороҡло үҫеш биләмәләре” кафедраһы асылды, унда халыҡ-ара кимәлдәге белгестәр әҙерләнә башланы ла инде.

Шулай уҡ күптән түгел Бөтә донъя мираҫы исемлегенә Шүлгәнташ мәмерйәһенең билдәле ҡая һүрәттәре лә индерелде.

“Торатау” ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алды
“Торатау” ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алды
“Торатау” ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алды
“Торатау” ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алды
 “Торатау” ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алды
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас