

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар ойоштороу – балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү кеүек мөһим бурысты атҡарыуҙағы яҡшы ғәмәл.
Әлшәй районының Казанка ауыл мәҙәниәт йортонда ла яңы уҡыу йылы башланыр алдынан ошондай сара үткән. Ауыл советы биләмәһе халҡы МХО-ла ҡатнашҡан яҡташтары “Батя”, “Цыган”, “Дикий” менән осрашҡан. Яугирҙәр яраланғандан һуң тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡан.
Мәҙәниәт йортона йыйылыусылар МХО биләмәһендә хеҙмәт иткән ир-егеттәр, уларҙың батырлыҡтары тураһында әңгәмә ҡорған, һәләк булған яҡташтарын иҫкә алған.
Осрашыуға килгән МХО яугирҙәре ауылдаштары, яҡташтарына яу биләмәһенә йыйып ебәргән посылкалары, йылы хаттары өсөн рәхмәт белдергән. Сарала ҡатнашыусылар яугирҙәрҙең хәрби хеҙмәт, көнкүреш шарттары, ниндәй ауырлыҡтар менән йөҙгә-йөҙ осрашыуҙары тураһында ҡыҙыҡһынған. МХО-ла ҡатнашыусылар, яу яланында хәрби дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙамсыллыҡ рухты нығыта, ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, тип билдәләгән.
Тыуған илгә ҡарата һөйөү, ҡыйыулыҡ өлгөһөн осрашыуға килеүселәр үҙҙәренең яҡташтары миҫалында күргән. Яндарында ғына ошондай батыр рухлы, көслө кешеләр йәшәгәненә ғорурланып, яугирҙәргә ныҡлы сәләмәтлек, һуғыш тиҙерәк тамамланыуын теләп таралышҡан улар.
Мәғлүмәт, фото: vk.com/wall-194235148_14888