

Махсус хәрби операция биләмәһендәге "Юлай" позывнойлы күптәнге танышыбыҙҙың ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтыуына сикһеҙ шатландыҡ. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, кендек ҡаны тамған һәм тәпәй баҫҡан ерҙән көс һәм дарман алыу киләсәккә маҡсаттар билдәләгәндә ифрат ҙур ярҙам итә.
Балтас районы хакимиәте башлығы менән әңгәмәләшкәндә, һүҙебеҙ, шулай уҡ яҡташыбыҙ тирәһендә лә барҙы.
– Батыр егеттең ялға ҡайтып төшөүенә нисек ҡыуанмаҫҡа, әлбиттә, уны оло хөрмәт менән ҡаршы алдыҡ, – тине Илгиз Әхвәс улы. – Башта ғаиләһе һәм яҡын туғандары менән бергә оҙағыраҡ булһын тигән маҡсаттан борсомай торҙоҡ. Беҙҙә ил һаҡсыһы һәр саҡ маҡтаулы һәм абруйлы. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, уны төрлө урындарға осрашыуҙарҙа саҡырҙыҡ. Һалдаттың ҡыҙ һәм малайҙар менән һөйләшеүенең отошло яҡтары бихисап. Иң беренсе үҫмерҙәрҙе илһөйәр итеп тәрбиәләү тураһында уйланам.
"Юлай" – тыумышы менән Борай районының Яңы Таҙлар ауылынан. Үҫмер урта мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған, тиҫтерҙәре араһында лидер һаналған. Сетерекле мәсьәләләрҙе һәр саҡ уның ҡатнашлығында хәл иткәндәр. Спорт яратҡан, бүтәндәрҙе лә үҙенең артынан сәләмәт тормошҡа әйҙәгән. Аҙаҡтан егет күршеләге Балтас районының Ҡомъяҙы ауылына күсеп килгән.
Беҙгә билдәле булыуынса, илебеҙ президенты өлөшләтә мобилизация иғлан итеп, күпмелер ваҡыт үткәндән һуң, яҡташыбыҙ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. "Бүтәндәр шикелле Ватаныбыҙҙы һаҡларға тейешмен!" тип фронтҡа ашыҡҡан. Әле арыҫлан йөрәкле ир-уҙаман танк полкының разведка ротаһында хеҙмәт итә. Яҡташыбыҙҙың әҙ һүҙле булыуы, үҙе хаҡында артыҡ һөйләп бармауы күҙгә ташланды. Ғәҙәттә, ил һаҡсылары тап шундай ыңғай һыҙаттарға эйә. Һис ҡасан да маҡтанмайҙар, шапырынмайҙар, ә көслө булыуҙарын эштәре менән нығыталар. "Юлай" - шундайҙарҙың береһе.
Ватан һаҡсыһы – өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ул Эльвина Малик ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләй.
– Ирем һәр саҡ ҙур маҡсаттар менән янды, оло эштәр хаҡында уйланды, – тип һөйләй Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһындағы келәт мөдире Эльвина ханым. – Донъяла иҡтисади хәл-торош үҙгәреп китеү сәбәпле, хәйер, үҙебеҙҙә лә ваҡ-төйәк эш табыр ине, ғәзизем Себер тарафтарына юлланды. Йыраҡ яҡтарҙа ғаилә бюджетын тулыландырыуҙың уңайлы яҡтарын белгән өсөн дә талпынды. Ысынлап та, әсе тир түгеп, халыҡ әйтмешләй, көрәп аҡса тапты. Бер ҡасан да ас-яланғас хәленә ҡалманыҡ. Ғөмүмән, беҙҙең янда саҡта ла, Себер яҡтарында йөрөгән ваҡытта ла, бөгөн ил сиген һаҡлағанда ла мин дә, балаларым да үҙебеҙҙе яҡлаулы һәм һаҡлаулы тоябыҙ. Еңеү менән ҡайтырын беләбеҙ.
Өлгөлө ғаиләлә Юнир исемле малай буй еткерә. VII класс уҡыусыһы атаһының дошмандарға ҡаршы алышыуын аңлап ҡабул итә, шуның өсөн дә күптән әсәһенең ныҡлы терәгенә әйләнгән, үҙенән кесе туғандарының төп ярҙамсыһы ла. Хәҙер уның уй-ниәттәре бихисап, ҙур үҫкәс, бәлки, хәрби булыр, бәлки, табиплыҡҡа уҡыр, билдәле инженер итеп танылыуы ла ихтимал, әммә нисек кенә тимәйек, ул үҙ иленең патриоты булып үҫһен, Ватаныбыҙға лайыҡлы шәхес итеп тәрбиәләнһен.
V класта белем эстәгән Юлиә иһә әсәһенең серҙәше һәм әхирәте. Эс серҙәрен яҡын кешеһе менән ихлас бүлешергә күнеккән. Ағаһы шикелле ҡыҙ ҙа уҡыу алдынғыһы. Йәш шайморатовсы иленә тоғро булыуы тураһында ант биргән әле. Иҫең китерлек, ҡайһылай аҡыллы алмашсыларыбыҙ бар!
"Акварель DANCE" бейеү коллективының бер дәресен дә ҡалдырмаған Әлиәне лә педагогтар маҡтап бөтә алмай. Ҡыҙҙы гел генә концерттарҙа алға ҡуялар. Өйҙә саҡта ла туғандарына төрлөсә бейеп күрһәтеүен дауам итә.
Айсаф менән Юлай – балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. Иртәнсәк тәрбиәселәрен ҡосаҡлап алыуҙары, кискеһен тәрбиәсе ярҙамсылары менән айырыла алмауҙары икеһенең дә ғаиләлә күркәм тәрбиә алыуы тураһында һөйләй.
Фото: Лилиә Тәлғәтова.