Ғорурланабыҙ
13 Сентябрь 2025, 21:05

“Малайҙарҙы урлашҡан өсөн минең күҙ алдымда ҡамсы менән ярҙылар”

Милләттәшебеҙ 46 көн эсендә 16 илде урап ҡайтты. Шул иҫәптән, Иран, Пакистан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм башҡаларҙы... Кем ул шундай шәп егет? Уның менән мажаралы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәт тураһында интервью уҡығыҙ. 

“Малайҙарҙы урлашҡан өсөн минең күҙ алдымда ҡамсы менән ярҙылар”“Малайҙарҙы урлашҡан өсөн минең күҙ алдымда ҡамсы менән ярҙылар”
“Малайҙарҙы урлашҡан өсөн минең күҙ алдымда ҡамсы менән ярҙылар”

Тырыш, уңған, һәләтле йәштәребеҙ әленән-әле һоҡландырып тора. Баймаҡ районы егете, әлеге көндә илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәүсе Ғәзим Мөхәмәтйәновтың быйыл мотоциклы менән 46 көн эсендә 16 илде буйлап сәйәхәт итеүен ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурлыҡ менән күҙәткәйнек. Бынан тыш, Мәскәү дәүләт политехник университетында эшләп йөрөгән башҡорт егете конструкторлау өлкәһендә лә уңыштарға ирешә – ул квадроциклдар, пилотһыҙ автомобилдәр һәм башҡа техника йыйыу өҫтөндә емешле эшләй. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә уның мауыҡтырғыс сәйәхәтен барланыҡ һәм тәьҫораттарын яңырттыҡ.

- Ғәзим, егеттәргә техника ене ҡағылыуы тәбиғи хәл. Ә ниңә нәҡ мотоцикл һинең күңелеңә ятты?

- Мотоциклда йөрөү донъяны икенсе күҙлектән ҡарау мөмкинлеген бүләк итә, шуға был транспорт сараһы күңелемә яҡын. Ғөмүмән, бәләкәстән техника, электроника менән дуҫ булдым. Дуҫтарым урам буйында уйнағанда, мин һәр ваҡыт атайымдың гаражында соҡсона инем. Хатта яңы магнитофон, телевизорҙарҙы һүтеп йыя торғайным. Шәкәр мамығы аппараты, электр гитараһы ла эшләп ҡарағаным булды. Шуға Баймаҡ лицей-интернатын тамамлағандан һуң Мәскәү машина төҙөү университетына (хәҙер – Мәскәү политехник университеты) уҡырға индем һәм бында инде башкөллө конструкторлау мөхитенә сумдым.

- Ысынлап та, һинең романтик рухлы сәйәхәтсе генә түгел, ә һәләтле инженер-конструктор булыуыңды ла, хатта сит ил команиялары өсөн квадроцикл эшләүеңде лә беләбеҙ. Эшмәкәрлегеңдең был йүнәлеше менән таныштырып кит әле.

- Студент йылдарында 1-се курстан уҡ проект эшмәкәрлегенә ылығып киттем. Университет командаһы менән берлектә төрлө мотоциклдар йыйып, Испанияла үткән абруйлы конкурста ҡатнашып, йыл һайын 1-се урынды ала торған инек. Дүртенсе курста төркөмдәштәр менән боҙҙа йөрөй торған мотоцикл яһаныҡ. Бишенсе курста диплом эше итеп STELS квадроциклын электрлаштырыуҙы алдым. Уны уңышлы тапшырғас, университеттағы алдынғы инженер мәктәбенә инженер-конструктор итеп эшкә саҡырҙылар.

Төп һөҙөмтәләргә килгәндә, пилотһыҙ электр машиналарын билдәләп китергә мөмкин. Уларҙың береһе парк биләмәһендә кеше ташыу, экскурсиялар үткәреү өсөн булһа, икенсеһе, йөк машинаһы, заводтарҙа, парктарҙа ауыр йөктәр күсереүгә тәғәйенләнгән. Шулай уҡ инженер мәктәбе командаһы менән электр машинаһы, һепереү-вакуум техникаһы проектын әҙерләү ҙә бик ҡыҙыҡлы булды.

- Ә нәҡ ошондай мауыҡтырғыс һәм ғәжәп үҙенсәлекле сәйәхәткә нимә этәрҙе?

- Башҡа кешеләрҙең тормошо, мәҙәниәте, дине менән танышыу, тормошто нығыраҡ аңлау теләге көслө булды. Минең сәйәхәтем 2015 йылда уҡ башланды тиһәң дә була – ләкин уйҙарымда ғына. Студент йылдарында Рәсәй һәм сит илдәр буйлап сәйәхәт итеүсе мотолициклсылар тураһында уҡырға, видеолар ҡарарға, үҙемдең буласаҡ сәйәхәтемде күҙ алдына килтерергә әүәҫләнеп алдым. Айырыуса Австралияға барып еткән Алексей Коровинды ҡарарға ярата инем. Ошо ваҡытта бөрөләнгәндер ҙә инде ҙә инде сәйәхәт тураһындағы хыялым.

5-се курсты тамамлағандан һуң, былай хыялланып ҡына фәтүә юҡ, тинем дә, аҡса йыйып алған машинамды бер кемгә лә әйтмәйенсә һатып, мотоцикл алдым. Тәүге сәйәхәтем Мәскәү - Баймаҡ араһын үтеү булды, диплом яҡлағандан һуң тыуған яғыма ҡайтып, яҡындарыма сюрприз эшләнем. Был ваҡытта минән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр. Шунан эш башлап, бер аҙ аҡса эшләгәс, 10 көн дауамында Ҡырым буйлап сәйәхәт иттем. Быйыл иһә күптәнге хыялымды тормошҡа ашырҙым – 16 илде урап ҡайттым.

- Әлбиттә, ирек, тирә-яҡ тәбиғәкә һоҡланыу – ул ғәжәп шәп, әммә юл аҙабы – гүр ғазабы, ти тә әйтәләр бит әле. Юлда көтөлмөгән хәлдәргә күп осраныңмы? Ниндәй мажаралар, сит ил халҡының ҡыҙыҡлы үҙенсәлеге хәтереңдә айырыуса уйылып ҡалды?

- Эйе, ауырлыҡтарға әҙер инем. Улар аша үҙемде һынау, үҙемә саҡырыу ташлау – сәйәхәтемдең төп маҡсаттарының береһе лә.

Был сәйәхәт кешеләрҙе, тормошто нығыраҡ аңларға ярҙам итеүе менән әһәмиәтле. Әйткәндәй, күптәр, ни өсөн яңғыҙың ғына илдәр гиҙәһең, төркөмләп йөрөү күңеллерәк түгелме, тип ҡыҙыҡһына. Яңғыҙың сәйәхәт итеүҙең өҫтөнлөгө шунда: был осраҡта сит ил вәкилдәре, таныш түгел кешеләрҙең мөнәсәбәте ныҡ айырыла -  ихласыраҡ аралашалар, эске донъяларын нығыраҡ асалар. Ғөмүмән, башҡа кешеләрҙе, донъяны күберәк асҡандан һуң, мин үҙемде лә нығыраҡ аңлай башланым.

Мажараларға килгәндә, улар күп, әлбиттә. Мәҫәлән, Пакистанда туристар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн шундай ҡағиҙә урынлаштырылған: бында ил буйлап мотлаҡ полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында ғына сәйәхәт итергә мөмкин. Тик конвойҙарҙың оҙатып сығыуы аҙнаһына ике тапҡыр ғына ойошторола икән, шуға күрә миңә ике көн буйы полиция участкаһында йәшәргә тура килде.

Шунда ике үҫмергә ҡарата суд ултырышы үтте, һәм ни эшләптер унда мине лә күҙәтергә индерҙеләр. Телефон аша тәржемәсе ҡуйып, был үҫмерҙәрҙең аҡса һәм телефон урлағандарын аңланым. Быларға ҡамсы менән ярырға, тигән яза сығарылды.

Тышҡа сыҡҡан инем,  “турист, турист”, тип уларҙы туҡмауҙан туҡтанылар ҙа, мин инеп киткәс, тағы илаған тауыштарҙы ишетеп, йәлләп, сыҡтым да шунда ултырҙым. Һөҙөмтәлә теге ике егеткә ихатаны төҙөкләндереү буйынса эштәр ҡушып, һауыт-һаба йыуҙыртып, иреккә ебәрҙеләр.

Пакистан менән Индия сигендә булған ҡыҙыҡлы церемония шаһиты булырға тура килде. Пакистан Индия составынан айырылып сыҡҡандан, йәғни 1959 йылдан бирле көн һайын бында шундай ритуал ойошторола: ике ил һалдаттары марштың ҡатмарлы фигураларын яһай, ниндәйҙер һүҙҙәр ҡысҡыра. Ғәҙәттә, ритуал ҡояш байыр алдынан башлана ла теүәл 45 минут дауам итә. Ә мин булған көндө өҫтәүенә йыр-бейеүҙәр ҙә ойошторолдо. Бик оҡшаны, һинд фильмдарын ҡараған кеүек булдым – сағыу бейеүҙәр, йырҙар күңелдә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдрҙы. Церемония тамамланғас, һалдаттар ҡул ҡыҫышып, һәр береһе үҙ биләмәһенә сыға.

- Ҡайҙарҙа йоҡлап, ашап йөрөнөң һуң һин унда?

- Ҡунаҡханала ла, диңгеҙ буйында палаткала ла, мәсеттә лә, хатта фермала ла ҡунырға тура килде. Туҡланыуға килгәндә, газ плитәһе, ҡаҙан һәр ваҡыт үҙем менән. Шуға бешереп ашау бер ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Кафеларҙа ашау ҙа ҡиммәткә төшмәне. Шулай ҙа үҙебеҙҙең ризыҡты ныҡ һағынып ҡайттым. Иорданияла булғанда ауылдаш апайҙа ҡунаҡта булдым. Ул шунда кейәүгә сығып, 40 йыллап инде йәшәй. Осрашып, ҡунаҡ булып, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙыҡ.

- Сәйәхәт барышында урындағы халыҡтың һиңә мөнәсәбәте нисек ине?

- Һәр бер илдәге кешеләрҙең менталитеты айырыла, әлбиттә, әммә шул уҡ ваҡытта бар ерҙә лә шул беҙҙең һымаҡ уҡ кешеләр инде. Ғөмүмән алғанда, үҙең кешеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булһаң, улар ҙа һиңә изгелек менән яуап ҡайтара – был яҙылмаған ҡанун һәр ерҙә лә бер иш эшләй. Һәр илдә тиерлек ихлас, ярҙамсыл кешеләр менән осрашырға тура килде. Күп илдәрҙә бушлай һыйларға ғына торалар, урам буйында ла, ил сиге һаҡсылары ла һыу, аҙыҡ-түлек тәҡдим итә.

Иорданияла саҡта, диск, тәгәрмәс ярылып сыҡты. 10 саҡрымды ике сәғәт буйы барып, бер ауылға барып еттем. Полиция хеҙмәткәрҙәре ярҙам итеп, машина туҡтатып, мотоциклымды уға тейәп, бер ауылға барып еттем. Унда берәүҙәрҙең автосервисында нәҡ миңә тура килгән иретеп-йәбештереү аппаратын эҙләп таптым. Турист икәнемде белгәс, аҡса алманылар, сәй эсерҙеләр, шунан ҡуна ҡалырға тәҡдим иттеләр. Кисен ауылдың имамын саҡырып, ҙур табын ҡорҙолар.

Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙары бөтөнләй күренмәне – уларҙа шундай тәртип. Етмәһә, өҫ кейемемде йыуырға тип тас менән һыу һораған инем, беҙҙә ир-егеттәр ундай эш эшләмәй, тип, кейемдәремде ҡорған аша ғына ҡатындарына йыуырға бирҙеләр.

- Мотоцикл - ул яҡшы тәьҫораттар, ирек кенә түгел, ә хәүефле транспорт сараһы ла бит әле...

- Һәр бер илдең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, халыҡтың юлда йөрөү менталитетын алдан уҡып, өйрәндем. Билдәле, һәр ерҙә улар айырыла. Мәҫәлән, Һиндостанда транспорт саралары ныҡ күп, өҫтәүенә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре үтәлмәй, контроль юҡ, төкөп китеүҙәре лә бар. Ә бына Сәғүд Ғәрәбстанында, киреһенсә, бик иплеләр. Кафела ултырғанда мотоциклымды яңылыш аҙ ғына төкөгән булғандар. Шнда уҡ инеп, мине табып, ғәфү үтенеп, аҡса биреп киттеләр.

- Был сәйәхәттәрҙән һуң ниндәй һығымталар яһаның? Донъя гиҙеү булмышыңа йоғонто яһанымы?

- Башҡа халыҡтың, кешеләрҙең йәшәйешен күргәндән һуң, беҙ тормошобоҙҙо ҡәҙерләп еткермәүебеҙҙе ныҡлы аңланым. Икенсенән, беҙҙә, айырыуса Башҡортостаныбыҙҙа, ер ҙә, һыу ҙа етерлек, барлыҡ уңайлыҡтар бар, әммә беҙ уларҙы ҡуллана белмәйбеҙ, ялҡауыраҡбыҙ. Ә бит ҡайһы бер илдәрҙә кешеләр һыуһыҙ интегә, эшкәртергә ерҙәре юҡ.

Тағы бер күҙәтеүҙәремдең береһе – кешеләр һәр ваҡыт ҡайҙалыр саба, нимә артынандыр ҡыуа. Туҡтап уйланырға, тормоштоң матурлығын күрергә, тойорға ваҡыты ла, теләге лә юҡ. Ә бит күңел тыныс булһын өсөн күп тә кәрәкмәй. Шунан, алыҫ ерҙәрҙе яңғыҙым ғына үтеп, төрлө ауырлыҡтар аша үткәндән һуң, үҙ-үҙемә ышанысы артты, был донъяла бер нимәнән дә ҡурҡырға түгел икәнен аңланым.

- Киләсәккә ниндәй пландарың бар? Ниндәй илдәрҙе гиҙергә хыял итәһең?

- Әлеге миҙгелдә уй-ниәттәремде тормошҡа ашырыуҙан ҡәнәғәт булып, шул тәьҫораттарҙан һаман илһамланып йәшәйем әле. Башҡа пландарым өҫтөндә эшләргә кәрәк. Һуңынан, йыраҡ киләсәктә Төньяҡ Америка буйлап сәйәхәт итеп, Чилиҙан Аляскаға тиклем барып етергә тигән хыялым бар.

- Ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт, Ғәзим. Артабан да бар ниәттәреңде тормошҡа ашырып, ҙур уңыштарға өлгәшеп йәшәргә яҙһын.

“Малайҙарҙы урлашҡан өсөн минең күҙ алдымда ҡамсы менән ярҙылар”
“Малайҙарҙы урлашҡан өсөн минең күҙ алдымда ҡамсы менән ярҙылар”
Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас