Ғорурланабыҙ
27 Сентябрь 2025, 11:30

Ҡоролтай рәйесе финалсылар менән осрашты

Был ике МХО яугире – бай хәрби тәжрибәгә эйә, МХО бурыстарын үтәүҙә ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән батырҙар.

Ҡоролтай рәйесе финалсылар менән осраштыҠоролтай рәйесе финалсылар менән осрашты
Ҡоролтай рәйесе финалсылар менән осрашты

Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар проекты финалсылары – офицерҙар Денис Чернавин һәм Мәжит Байдәүләтов менән осрашты. Ул республиканың закондар сығарыу ойошмаһының эше, тарихы тураһында һөйләне, функцияһы, структураһы, депутаттарҙың эшен ойоштороу тәртибе менән таныштырҙы.

Программаның финалына сыҡҡан был ике МХО яугире – бай хәрби тәжрибәгә эйә, МХО бурыстарын үтәүҙә ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән батырҙар. Денис Чернавин – айырым вертолет полкы командиры, полковник, Рәсәй Геройы. Мәжит Байдәүләтов – командир урынбаҫары, мотоуҡсылар полкы штабы начальнигы, подполковник. Ҡаһарманлыҡ ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм Суворов миҙалдары менән бүләкләнгән.

МХО офицерҙары Ҡоролтай рәйесенә алғы һыҙыҡта хеҙмәт итеү тураһында һөйләне, “Башҡортостан геройҙары”нда ҡатнашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Кадрҙар программаһы финалына сығыусыларҙың һәр ҡайһыһының остазы бар, тип хәбәр иткәйнек. Денис Чернавин һәм Мәжит Байдәүләтов менән дәүләт власы органдарында эшләү нескәлектәрен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев уртаҡлаша.

Мәғлүмәт, фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.

Ҡоролтай рәйесе финалсылар менән осрашты
Ҡоролтай рәйесе финалсылар менән осрашты
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас