

Көйөргәҙе районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Тимур Ибраһимов алғы һыҙыҡта “Башинформ” агентлығына хеҙмәттәштәре хаҡында һөйләгәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның менән был әңгәмә һуңғыһы булды. Редакцияға фронттан офицерҙың хәрби бурысты үтәгәндә һәләк булыуы тураһында хәбәр иттеләр. Яугир менән Тыуған иленә, ғаиләһенә һөйөү менән һуғарылған ошо әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға ла еткерәбеҙ.
21 сентябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан өлөшләтә мобилизация иғлан итеүгә теүәл өс йыл тулды. 2022 йылдың көҙөндә дәүләт башлығы, Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре неонацистик берләшмәләргә генә түгел, ә коллектив Көнбайыштың бөтә хәрби машинаһына ҡаршы тора, тип белдергәйне.
“Бындай шарттарҙа беҙгә янаған хәүефкә тулыһынса ҡаршы тороу, атап әйткәндә, Ватаныбыҙҙы, уның суверенитетын һәм территориаль бөтөнлөгөн һаҡлау, халҡыбыҙҙың һәм азат ителгән биләмәләрҙәге кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн Оборона министрлығының һәм Генераль штабтың Рәсәй Федерацияһында өлөшләтә мобилизация үткәреү тураһындағы тәҡдимен хупларға кәрәк тигән фекерҙәмен”, - тигәйне Владимир Путин үҙенең мөрәжәғәтендә.
Махсус хәрби операция зонаһында республиканан хеҙмәткә саҡырылғандар личный составтың 80 процентын тиерлек тәшкил иткән батальондың штаб начальнигы “Ямаха” ҡаһарман йөрәкле, тәжрибәле Башҡортостан яугирҙәре хаҡында һөйләне. Подразделение ваҡытлыса урынлашҡан ерҙә “Башинформ” хәбәрсеһе шулай уҡ саперҙар ротаһы командиры “Грач” позывнойлы Тимур Ибраһимов менән дә осрашҡайны.
Ибраһимов хаҡында “Башинформ” тәүге тапҡыр 2023 йылдың сентябрендә яҙып сыҡҡайны. Өлөшләтә мобилизациянан һуң бер йыл самаһы ваҡыт үткәс, “Грач” Оборона министрлығынан шәхси повестка алыуы һәм фронтҡа юлланыуы тураһында һөйләгәйне. Ул Көйөргәҙе районының Бахмут ауылында тыуып үҫкән. Әйткәндәй, элек Бахмуттың эргәһендә генә Туҡмаҡ ауылы ла булған, тик хәҙер юҡҡа сыҡҡан инде.
“Донецк Халыҡ Республикаһында – Бахмут (әле Артемовск – ред. ), Запорожье өлкәһендә Туҡмаҡ ҡалаһы бар. Хеҙмәт итә башлағанда был сәйер тойола ине, тора-бара өйрәнеп киттем. Таныш ауыл атамаларын ишетһәң, күңелгә еңеллек килә. Шуға күрә был ерҙе (яңы биләмәләрҙе – ред.) сит-ят тип иҫәпләй алмайым. Ул беҙҙеке”, - тигәйне “Грач”.
Оборона ведомствоһынан хеҙмәткә саҡырыу тураһындағы белдереү ҡағыҙын Тимурҙың әсәһе алып ҡалған, сөнки 2022 йылда ул Түбәнге Новгородта эшләй. Рәсәй армияһынан бушатылғас, ир кеше эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Хәрби училищены тамамлаған Ибраһимов РФ Ҡораллы көстәрендә Һауа-десант ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә.
“Әсәйем шылтыратты, ғәҙәттә, ул бик һирәк шылтырата ине, күпселектә ҡатыным менән һөйләшә. Өйгә ҡайтырымды шунда уҡ аңланым, – тип хәтерләй офицер. – Быны эшләмәҫкә лә мөмкин булғандыр, бәлки. Икенсе төбәктә аҡса эшләп йөрөгән саҡ, ваҡыт, авиабилет юҡ тип тә һәм башҡа һылтау ҙа табырға мөмкин ине. Әммә өс балам үҫә. Уларға был ҡылығымды нисек аңлатыр инем. Өҫтәүенә ауылда үҫтем, унда бөтәһе лә бер-береһен яҡшы белә. Улы ҡурҡаҡ булған атайым күршеләрҙең күҙенә нисек ҡарар ине. Беҙ бит үҙебеҙ өсөн генә түгел, атай-олатайҙарыбыҙ, киләсәк быуын өсөн дә яуаплы. Махсус хәрби операцияның тәүге айҙарында генерал-майор дәрәжәһендәге полк командирымдың, курсташтарымдың һәләк булыуы тураһында белдем. Шуға күрә һис икеләнмәйенсә, тыуған яҡҡа ҡайтып, иртәгәһенә үк хәрби комиссариатҡа юлландым. Мобилизациянан ҡурҡырға ярамай. Тарих ҡабатланып тора, 80 йыл элек атай-олатайҙарыбыҙ һуғышҡан, хәҙер иһә нацизмды еңергә беҙгә ваҡыт етте”.
Тимур Ибраһимов хеҙмәт осоронда юғары дәүләт һәм ведомство наградалары, шул иҫәптән Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Яугир был ордены менән ныҡлы ғорурлана, сөнки легендар башҡорт комдивын арҙаҡлы шәхес тип иҫәпләй.
“Миңлеғәле Шайморатов оҫта командир ғына түгел, ғилемле кеше лә булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем ул уҡытыусылыҡ иткән”, – тине Тимур Ибраһимов.
Ул республика етәксеһе Радий Хәбировтың дәүләт наградаһын нисек итеп тапшырыуы тураһында ла һөйләне:
“Беҙ, саперҙарҙың, эше разведкаға, минанан таҙартыуға ҡоролған. Барыһы ла ғәҙәти кеүек, асылда иһә һәр сығышта эш уңырмы-юҡмы тигән уй баштан үтмәй ҡалмай. Ҡуйылған минаны зарарһыҙландырыу – хәүефле ғәмәл. Шуның өсөн Генерал Шайморатов орденын тапшырғандарҙыр, тип уйлайым. Награданы өйөмә ебәрҙем, мәктәпте яҡшы тамамлаған өсөн - көмөш, училище өсөн бирелгән алтын миҙал менән бергә әсәйемдә һаҡлана ул. Көтөлмәгән хәл булды, әлбиттә. Саҡырҙылар, ҡараһам, унда Радий Фәрит улы тора, миңә орден тапшырҙы, ҡотланы, хәлемде белеште. Күңелем булды”.
“Грач” менән быйыл апрелдә йәнә әңгәмәләшкәйнек. Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән “Башҡортостан геройҙары” республика кадрҙар программаһының ғәмәлгә индерелеүе һөйләшеүгә сәбәпсе булды.
“Башҡортостан геройҙары” программаһы, һис шикһеҙ, кәрәк. Проект хәрбиҙәргә икенсе йәһәттән асылырға, Ватанға хеҙмәт итергә мөмкинлек бирә. Шәхсән миңә етештереү, белем биреү, туризм һәм эшҡыуарлыҡ темалары ҡыҙыҡлы. Башҡортостанда ошо йүнәлештәрҙең һәр ҡайһыһында ҙур ҡеүәт тупланған. Ғөмүмән, ҡайҙа ҡуйһалар, шунда эшләрмен. Беҙ бит мобилизацияланғандар – саҡырҙылар, беҙ сафҡа баҫтыҡ”, – тине Тимур Ибраһимов.
Дүрт айҙан Ибраһимов менән “Башинформ” хәбәрсеһе Запорожье өлкәһендә осрашты. Ул фәлсәфәүи китапты конспектлай ине. Буш ваҡытта “Грач” билдәле яҙыусыларҙың хеҙмәттәрен өйрәнеү менән шөғөлләнә икән. Белемде тәрәнәйтеүҙе һәм аң даирәһен киңәйтеүҙе шәхси үҫештең нигеҙе тигән фекерҙә ул. “Ниндәй кешеләр! Хуш килдегеҙ!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе Тимур, китаптарын ситкә ҡуйып.
Ихлас, шаян, күҙҙәрендә осҡон уйнап торған ир мәрәкәләп көлдөрә, күңелде күтәрә. Шунда уҡ егеттәргә сәй ҡуйырға ҡушты. Суйын көрөшкәләргә ҡайнар сәй һалғас: “Ни сәбәп менән беҙгә юл төштө? Нимәләр тураһында һөйләргә?” тип һорап ҡуйҙы.
Өлөшләтә мобилизация иғлан ителеүгә өс йыл үткән. 2022 йылдың сентябрендә автобустарға ултырыр алдынан әсәләренең, ҡатындарының күҙ йәштәрен һөрткән ир-егеттәр ошо ваҡыт эсендә ни ҡәҙәр үҙгәргән? Махсус хәрби операцияға Башҡортостандан мобилизацияланған яугир кем ул? Хәрби бәрелеш сигенән 15 саҡрым алыҫлыҡта “Грач” ошондай һорауҙарға яуап биргәйне.
Махсус хәрби операцияның һәм өлөшләтә мобилизацияның башланыуы хаҡында
“Махсус хәрби операция башланғас, минән йыш ҡына: “Тимур, нимә булды ул?” – тип һорай торғайнылар. Ябай тормоштағы кешеләр Владимир Путиндың ҡарарын аңлап етмәй ине. Интернеттағы, телевизор аша тапшырылған яңылыҡтар ғына уларҙы ҡәнәғәтләндермәне. “Һеҙ йорт һалып, бәхетле генә йәшәп ятаһығыҙ. Көтмәгәндә күрше йортҡа икенсе кешеләр күсеп килә лә үҙҙәрен әҙәпһеҙ тота. Бер мәл түҙемлегегеҙ ахырына етеп, тәртип урынлаштыра башлайһығыҙ. Рәсәй ҙә тап ошоноң менән шөғөлләнә”, – тип метафоралар ярҙамында аңлатырға тырыша инем. Президент өлөшләтә мобилизация иғлан иткәс, йәш саҡта хәрби хеҙмәткә бармаған ир-егеттәр борсола башланы. Минән йәнә хәлгә асыҡлыҡ индереүемде һоранылар. “Ғәҙелһеҙлеккә осраһағыҙ, дуҫ-иштәрегеҙгә таянығыҙ. Юғары главнокомандующий үҙенең дуҫтарынан – Рәсәй халҡынан ярҙам һораны ла инде. Был үтенесте иғтибарһыҙ ҡалдырырһығыҙмы ни?” – тинем уларға. Һәм барыһы ла шунда уҡ төшөндө. Рәсәй тормошонда ғына түгел, бөтә цивилизацияла ҡәтғи боролош осоро башланды. Илебеҙ бөтә донъяға выждан буйынса йәшәү, традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау кәрәклеген, бер-береңде алдарға ярамауҙы еткерергә тырыша”, – тип фекер йөрөткәйне Тимур Ибраһимов.
Уның әйтеүенсә, хәрби бурысын үтәй башлағас егеттәрҙең иң яҡшы сифаттары асыла. Ғаиләһенән йыраҡта яугирҙәр туғандарының һәм яҡындарының именлеге тураһында йышыраҡ уйлана. Уларҙың берәүҙәре йорт һала башлаған, икенселәре ипотекаһын япҡан, өсөнсөләре ипотека алған. Хәрбиҙәрҙең балалары юғары уҡыу йорттарына ингән. Өлкән йәштәге ата-әсәләре шифаханаларҙа дауаланыу мөмкинлегенә эйә булған. Яугирҙәр үҙҙәре лә һаулығын хәстәрләп, ҡайһылары тәмәкене ташлаған, физкультура менән шөғөлләнә. “Беҙҙең мобилизацияланған егеттәрҙе “Джон Уик” менән тиңләр инем. Шундай уҡ маҡсатҡа ынтылышлы, ныҡлы һәм ғәйрәтле. Әйткәндәй, яугирҙәр араһында вахтасылар бихисап. Элегерәк улар фура руле артында ултырған, быраулау майҙансығында эшләгән, хәҙер иһә хәрби кейем кейеп, ҡулына ҡорал алған. Әммә нәҡ әлеге статуста улар әсә, ҡатын, бала төшөнсәһенең тулы мәғәнәһенә төшөндө, – тине Тимур. – Бынан тыш, яугирҙәрҙең ҡулы оҫта. Улар араһында иретеп йәбештереүселәр, электрсылар, механиктар, төҙөүселәр, хатта һунарсылар бар. Дрондарҙы тейен аулаған кеүек бәреп төшөрөп кенә торалар”.
Мобилизацияланғандар һәм контрактсылар хаҡында
Контракт хеҙмәте хәрбиҙәре лә, мобилизацияланғандар ҙа бер үк бурысты башҡара, маҡсаттары ла уртаҡ. Шул уҡ ваҡытта тәүге категорияла күпселекте фронтҡа йөрәк ҡушыуы буйынса килгәндәр тәшкил итә. “Ҡайһы ваҡыт, кеше махсус хәрби операцияға аҡса өсөн китә, тигән һүҙҙәр ишетергә тура килә. Килешмәйем. Ватанға хеҙмәт итеү беҙҙең ҡанға һалынған, уны юҡҡа сығарыу мөмкин түгел. Икенсе яҡтан – алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән өсөн дәүләт егеттәргә түләй икән, насармы ни? Өс туған ҡәрҙәшем мобилизацияға эләкмәне. Уның ҡарауы, 2023 йылда ул контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Түләнгән аҡса ярҙамында кешеләр матди хәлен яҡшыртты, бик һәйбәт бит. Аҡсаһын зауыҡлы әйберҙәргә тотонған бер генә яугирҙе лә күргәнем юҡ әлегә. Бынан тыш, һалдаттар үҙҙәренең мөмкинлектәрен барлай, күпкә өлгәшә алыуын аңлай, ә был, һис шикһеҙ, уларҙың тормош сифатында ла сағыла.
Йәнә бер мәлде телгә алып үтергә кәрәктер. 2022 йылда һәм унан һуңыраҡ та мобилизацияланғандарҙы өйҙәренә ҡайтара башланылар. Ҡайһыларын ғаилә хәле, һаулығы, йәше буйынса. Унан яралылар сафты ҡалдырҙы. Уларға алмашҡа контрактсылар килде, һәм беҙгә, мобилизацияланғандарға, байтаҡҡа еңелерәк булып ҡалды. Был ғәҙәти күренеш, контрактсы барыһы менән дә типә-тиң бер үк бурысты башҡара. Ниндәйҙер өҫтөнлөктәр тураһында һүҙ ҙә юҡ”, – тип уйҙары менән уртаҡлашты Ибраһимов.
Рәсәй һәм Башҡортостан тураһында
Рәсәй – мөмкинлектәр иле, тип инана Тимур Ибраһимов. Офицерҙың фекеренсә, эшләргә теләмәгән, яҡшыға ынтылмаған кеше генә насар йәшәй. “Беҙҙең илдә үҫеш өсөн ҡаршылыҡ юҡ. Теләк кенә булһын. Был йәһәттән миңә илебеҙ бик оҡшай. Иртән уянып, банк ҡушымтаһындағы бер-ике төймәгә баҫыу менән эшҡыуарға әйләнергә мөмкин. Өс-дүрт көндән документтар килә, артабан инде – яратҡан кәсебең менән бул, эшлә, һалым түлә. Һәм лайыҡлы йәшә, законға ҡаршы килмә. Хеҙмәттәштәремдең күбеһе киләсәккә план төҙөй. Демобилизацияланғандан һуң үҙ эшен асырға, төҙөлөш менән шөғөлләнергә, балалар үҫтерергә ниәтләй. Берәү ҙә төшөнкөлөккә бирелмәй.
Ялдан һуң уларҙың нисек дәртләнеп килгәнен күрһәгеҙ ине. Әйткәндәй, мин үҙем Радий Фәрит улына автбустар бүлгән өсөн рәхмәтлемен. Улар командирҙар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡул аҫтымдағыларға һәр саҡ авиаосоштарға һәм таксиға аҡса сарыфламаҫҡа, ә иң яҡшыһы шул аҡсаға балаларына берәй нәмә һатып алырға кәңәш итәм. Хәбиров, әлбиттә, беҙҙең өсөн дә, ғаиләләребеҙ өсөн дә бик күп файҙалы эштәр башҡара. Ошоно уҡ башҡаларҙан да талап итә. Тормошта күпте күргән ғәҙел кеше”, – тип фекер уртаҡлашты “Грач”.
Тимур Ибраһимов, алдараҡ яҙғанымса, фәнни әҙәбиәтте һәм ғалимдарҙың монографияларын байтаҡ уҡыған кеше. Һөйләшер алдынан яугир табип-тикшеренеүсе Алла Семенованың китабынан тезистарҙы күсереп яҙып алған. Әйткәндәй, был китапта туған телгә анализ буйынса ҙур эш башҡарылған.
“Туған тел алфавитындағы өндәр – хис-тойғолар өлкәһенең маҡсатҡа ярашлы генетик ойошторолоуы тураһындағы мәғлүмәт һалынған коллективта нәҫелдән килгән түбәнге аң даирәһе ул”, – тип яҙып ҡуйған “Грач” үҙенең махсус дәфтәренә.
“Китапты ҡулға ручка һәм блокнот тотоп уҡыу файҙалы. Бында, МХО-ла, мин башҡорт телен өйрәнә башланым. Әсәйем посылка менән дәреслектәр һала. Француз телен үҙләштереп маташам. Шиғырҙар яҙып ҡарайым. Ошо рәүешле үҙемдең генетик кодымды асыҡларға итәмдер, моғайын, – тип йылмая Тимур. – Ҡасандыр туғандаш халыҡ тип иҫәпләнгәндәрҙең уны юғалтыуы ҡыҙғаныс. Махсус хәрби операцияның маҡсаттары күпкә юғарыраҡ, һәм уларға өлгәшәсәкбеҙ. Тыныслыҡ килер, барыһы ла яйға һалыныр. Тик тырышырға ғына кәрәк”.
Тимур Ибраһимов менән 2025 йылдың 24 авгусында әңгәмәләшкәйнек. Был көндә “Башинформ” хәбәрсеһе уны һуңғы тапҡыр тере килеш күрҙе. Рота командиры 19 сентябрҙә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
Авторы: Эдуард Ҡусҡарбәков.