

“Башҡортостан геройҙары” программаһының финалына сыҡҡан МХО яугирҙәре араһында өс нәфис зат вәкиле лә бар. Береһе – Зинера Слабожанко.
Махсус хәрби операция ветеранының тыуған яғы – Ҡариҙел районы, йәшәгән урыны – Өфө. Ул – хәрби фельдшер, 22 йыл ғүмерен әрме хеҙмәтенә арнаған. Шул ваҡыт эсендә өс яу юлын үткән – Чечняла, Сүриәлә һәм махсус хәрби операция биләмәһендә Ватан һаҡсыларының ғүмерҙәрен ҡотҡарған. Нескә зат булһа ла, ҡыйыу йөрәкле, батыр рухлы шәфҡәт туташы күп тапҡыр яралыларҙы ут аҫтынан алып сыҡҡан һәм шул арҡала яугирҙәр иҫән ҡалған.
Әлеге көндә Зинера Наил ҡыҙы “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалында социаль координатор булып эшләй. Яугирҙәр менән аралашыуы уны “Башҡортостан геройҙары” программаһында көсөн һынап ҡарарға этәргән.
Зинера Слабожанко, был проект ҡатнашыусыларға яңы мөмкинлектәр аса, белемдәрен, тәжрибәләрен арттыра, һәм, иң мөһиме, тыныс тормошта ла тыуған яҡ мәнфәғәттәренә хеҙмәт итергә ярҙамлаша, тип иҫәпләй.
Фото: karaidel.site