

Бөгөн республикала олуғ шәхесебеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 106 йыл тулыуға арналған саралар үтте.
Баш ҡалалағы М.Кәрим исемендәге скверҙа ҡуйылған әҙип һәйкәле янында йыл да уның ижадын һөйөүселәр йыйыла. Быйыл да, йолаға тоғро ҡалып, бөйөк шәхесте иҫкә алыу сараһы үтте. Тантана һәйкәлгә сәскә һалыуҙан башланды. Уның янына ҡулдарына рауза сәскәләре тотҡан халыҡ ағылды. Ҡатнашыусылар араһында власть вәкилдәре, ижадсылар, йәштәр, әҙәбиәт һөйөүселәр - Мостай Кәримдең шәхесен һәм талантын хөрмәт итеүселәрҙе олуғ әҙип рухы бергә йыйҙы.
"Бөгөн дә шиғриәт байрамы, Мостай Кәримдең бөйөк мираҫын баһалаусыларҙың берләшеү байрамы", - тип мөрәжәғәт итте М.Кәрим исемендәге фонд директоры, әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова.
Абруйлы ҡунаҡтар сығыштарында Мостай Кәрим шәхесенең дә, ижадының да һаман да күңелдәрҙе яҡтыртыусы нур, донъяның яҡты яғында йәшәргә ынтылыш биргән маяҡ икәне тураһында һөйләне.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары сараны әҙәби-музыкаль сығыштар менән биҙәне.
Фотолар - М.Кәрим исемендәге фондтан.