Ғорурланабыҙ
20 Октябрь 2025, 05:00

Ул Ватанды һаҡлау юлын һайлаған

Яугир район хакимиәте башлығы менән осрашты.

Ул Ватанды һаҡлау юлын һайлағанУл Ватанды һаҡлау юлын һайлаған
Ул Ватанды һаҡлау юлын һайлаған

Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ даими рәүештә ялға ҡайта. Яңыраҡ Дүртөйлө районынан яугир тыуған ерендә булып, район хакимиәте башлығы менән осрашты.

– Бында уның атай йорто, ата-әсәһе. Атаһы 50 йылдан ашыу электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләне, ә әсәһе – уҡытыусы, 5-се ҡала мәктәбендә балаларға белем бирә. Яугир яҡташыбыҙ мәктәпте миҙалға тамамлағандан һуң, Ватанды яҡлау юлын, хәрби хеҙмәтте һайлай - Новосибирск юғары хәрби команда училищеһын ҡыҙыл диплом менән тамамлай.

Хәҙер гвардия подполковнигы Донецк Халыҡ Республикаһында мотоуҡсылар бригадаһы идаралығында хеҙмәт итә. Ә уның янында ҡатыны – хәрби оркестрҙың талантлы солисы, үҙенең уникаль ижады һәм Ватанға тоғро хеҙмәте менән шатландыра.

Яҡташыбыҙ яратҡан Таймырҙа ауылында үткәргән бала сағын, олатай-өләсәйҙәренең каникулдарын айырыуса йылы иҫкә алды. Эйе, Тыуған ил беренсе һуҡмаҡтан башлана, таныш урындарға ғүмер буйы уйҙарың менән ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтаһың, уларҙы яҡларға ынтылаһың.

Уңыштар һеҙгә, беҙҙең герой! Аллаһ һеҙҙе һәр саҡ һаҡлаһын. Ғорурланабыҙ, – тип социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яугир менән осрашыуы хаҡында яҙҙы район хакимиәте башлығы Риф Йосопов.

Фото: Риф Йосоповтың сәхифәһенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас