Ғорурланабыҙ
21 Октябрь 2025, 09:50

Ҡайыш таҡты һалдат биленә

Тормоштарында яңы осор башлана.

Ҡайыш таҡты һалдат биленәҠайыш таҡты һалдат биленә
Ҡайыш таҡты һалдат биленә

Башҡортостандың хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында үҫмерҙәрҙе Рәсәй Ҡораллы Көстәренә (көҙгө саҡырылышта беренсе тапҡыр) оҙатыу танатанһы ойошторолдо. Йөҙҙән ашыу яҡташыбыҙ Силәбе һәм Һамар өлкәләрендә ил алдындағы бурысын үтәйәсәк, ҡоро юл ғәскәрҙәрендә һәм һауа-йыһан көстәрендә хеҙмәт итәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ирек Сәғитов барыһына ла хәйерле һәм уңыштар теләне.

– Һеҙҙең тормошоғоҙҙа бөтөнләй яңы осор башлана, – тине Башҡортостандың Хәрби комиссары Михаил Блажевич. – Унда иһә яңы дуҫтар табасаҡһығыҙ, физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә көс туплаясаҡһығыҙ.

Полковник Михаил Блажевич егеттәр туғандары менән һәр саҡ бәйләнеш тотһон ине тигән үтенесен дә еткерҙе.

Әйткәндәй, көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә өс мең ярымдан ашыу үҫмерҙең оҙатылыуы көтөлә. Улар махсус хәрби операциялағы бурыстарҙы үтәүгә йәлеп ителмәйәсәк.

Фото: Башҡортостан Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәте.

Ҡайыш таҡты һалдат биленә
Ҡайыш таҡты һалдат биленә
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас