

Бөгөн Туймазыла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазы районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған Артур Шәрифуллиндың, Артур һәм Радмир Солтановтарҙың, Рәмис Басировтың, Владимир Комаровтың һәм Рөстәм Мәсәлимовтың ғаиләләре менән осрашты.
Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең ата-әсәһенең һәм ҡатындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға яугирҙәр үлгәндән һуң бүләкләнгән Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
– Һеҙ үҙ Ватанын һаҡлаған ысын ир-егеттәр, ватансылар тәрбиәләгәнһегеҙ. Егеттәр Тыуған ил өсөн ҡорбан булды, үҙ бурысына ахырғаса тоғро ҡалды. Уларҙың барыһы ла беҙҙең өсөн – ҡаһармандар, – тине Радий Хәбиров. – Республикабыҙ һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күрер. Һорауҙар тыуһа, муниципалитет башлыҡтары тейешле ярҙам күрһәтергә һәр саҡ әҙер.
Яугирҙәрҙең туғандары төбәк Башлығына иғтибары һәм барлыҡҡа килгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә шәхсән ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.