Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
1 Ноябрь 2025, 14:30

28 тапҡыр МХО-ға

Йүнсел эшҡыуар, алты бала атаһы ла ул Ринат.

28 тапҡыр МХО-ға
28 тапҡыр МХО-ға

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәр менән тылдағы замандаштарыбыҙ араһында бер-береңә терәк булыу ныҡ булған һайын, еңеү ҙә тиҙерәк яҡынлағанын күптәребеҙ аңлай һәм һалдаттарға ҡулынан килгәнсә өлөш индерергә тырыша. Ауылдарға эш сәфәре менән сыҡҡанда бындай әүҙем яҡташтарыбыҙҙы бик күп осратабыҙ.

Стәрлебаш районында ла өлгө булырлыҡ ирекмән менән күрештек. Районда М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Ринат Хөсәйеновтың барлыҡ булмышында сағыла яугирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙыу. Шәхси эшҡыуарҙың, алты балалы ғаилә башлығының былай ҙа ҡырҡмаһа ҡырҡ эше бар. Ләкин уның өсөн яугирҙәргә терәк булыу беренсе урында. Ковид пандемияһы мәлендә үк ул тормош иптәше менән бергәләп мохтаждарға ярҙам итеп йөрөй.

Махсус хәрби операция башланып, өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, үҙенең машинаһында Пензаға күнекмәгә  киткән яугирҙәргә гуманитар ылау менән юллана. Һуңынан  махсус хәрби операцияһы биләмәһенә лә юл һалып ала. Барлығы 30 гуманитар ылау әҙерләй, шуның  28 тапҡырында  һалдаттарға  кәрәкле әйберҙәрҙе үҙе алып бара. Үҙенең машинаһында үҙе рүлгә ултыра, ләкин ғәҙәттә бер машина ғына етмәй, дуҫтарын да ярҙамға саҡыра.

– Махсус хәрби операция биләмәһенә барып үҙебеҙҙең Стәрлебаш егеттәрен күреп, гуманитар ярҙамды тапшырып, хәлдәрен белешеп, һөйләшеп, ата-әсәйҙәренә видеосәләмдәрен еткереп ҡайтыу күңел ҡәнәғәтлеге бирә. Тыуған яҡтың йылылығын тапшырыу  һалдаттар өсөн бик мөһим. Бик рәхмәтле булып оҙата улар.  Оҙон юлдан ҡайтыу менән бер нисә көн үтеүгә, йәнә яңы ылауҙы тупау башлана.Үҙемдең эшҡыуарлыҡ эшенә ваҡытым бик аҙ китә. Әлеге мәлдә бөтә тырышлығымды яугирҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләүгә йүнәлтәм, – ти әңгәмәсем.

Был йылдар эсендә гуманитар ылау менән 200 мең километр үтә Стәрлебаш ирекмәне.

Өйөндә лә уны аңлап, ярҙам итеп торалар. Ирекмәндәр штабы Йәштәр үҙәге ҡарамағында булдырылған. Тормош иптәше ошо  үҙәктең директоры булғас, улар һалдаттарға ярҙам эшен бергәләп алып бара. Күп ваҡыт балалары ла атай-әсәйҙәренең изге эшендә ярҙам итә. Һуңға тиклем бергәләп гуманитар ылау төргән мәлдәре уларҙың аҙ түгел.

Районда һалдаттарыбыҙға ярҙам эше лә яҡшы ойошторолған.

– Хәҙер беҙҙең һәр ауылда ирекмәндәребеҙ бар. Маскировка селтәре үрәләр, үлән сәйҙәре әҙерләйҙәр, шәмдәр яһайҙар. Был йәһәттән ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә эшләйбеҙ, – ти Ринат Йәүҙәт улы.

Яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгәндәр был тарафта байтаҡ. Ошо маҡсатта тегеү цехы эшләй. 30-лап апайҙар яугирҙәр өсөн йоҡо тоҡтары, дрондан һаҡлаусы одеялдар, футболкалар, шапкалар, госпиталь өсөн кәрәкле әйберҙәр тегәләр.

Яугирҙәргә еңел булһын өсөн үҙен аямай тырышҡан Ринат Хөсәйенов кеүек ир-егеттәр һоҡланыу уята. Бары тик күңелдәге көслө рух, үҙ илеңдең патриоты булыу хисе ошондай изге эштәргә этәрә.

– Ҡартатайым Япон һуғышын, Бөйөк Ватан һуғышын үткән кеше. Аслыҡтың да нимә икәнлеген белгән. Бала саҡта  уның янында булырға ярата инем, бергәләп кинофильмдар ҡараныҡ. Үҙе Сталинград һуғышында ҡатнашҡас, ошо ҡалаға бәйле киноларҙы күҙ йәштәре аша ҡарай торғайны. Атайымдың армия тураһында һөйләгәндәре лә бала саҡтан күңелгә һеңгән. Патриотлыҡ уларҙың тәрбиәһе аша һалынған, – ти Ринат Йәүҙәт улы.

Бына шундай һоҡланғыс кеше менән таныштыҡ Стәрлебаш яҡтарында. Еңеүгә тиклем яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә, тигән ныҡлы маҡсат менән йәшәй Ринат Хөсәйенов.

Автор фотоһы.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас