Республиканан Алена Саркисян махсус хәрби операция биләмәһендә контракт буйынса хеҙмәт итеүҙе һайлаған. Кесе сержант дәрәжәһендә Рәсәй Оборона министрлығының ғәскәри частарының береһендә медицина взводы бүлексәһе менән командалыҡ итә.
Алена яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарыуҙа күп тапҡырҙар батырлыҡ күрһәткән.
Ошо йылдың июнендә ул дошман дрондары һөжүменә эләккән хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтә, әммә үҙе лә яралана.
Күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Алена Саркисян II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары һәм Шайморатов миҙалы менән бүләкләнә. Шулай уҡ ул башҡа дәүләт наградаларына ла тәҡдим ителә.
Башҡортостанда махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөү мөмкинлеге бирелгән.
Уларға хеҙмәттең беренсе йылында 210 000 һумдан айлыҡ килем, 3 920 000 һумға тиклем түләү ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт менән башбат.рф сайтында танышырға мөмкин.
Фото: скриншот.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!