Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
11 Ноябрь 2025, 13:00

"Ҡаһарманлыҡ өсөн" һәм "Шайморатов" миҙалдары менән бүләкләнгән

Ул "Янтарь" позывнойын алған

"Ҡаһарманлыҡ өсөн" һәм "Шайморатов" миҙалдары менән бүләкләнгән
"Ҡаһарманлыҡ өсөн" һәм "Шайморатов" миҙалдары менән бүләкләнгән

Махсус хәрби операцияға бәйле төрлө һүрәтләмә яҙғанда бөйөк рус яҙыусыһы Максим Горькийҙың "әгәр ҙә дошман бирелмәһә, уны юҡҡа сығаралар" тип әйткәне иҫкә төшә. Ҡәләм оҫтаһының һүҙе һәр саҡ тәьҫирле була һәм китап уҡыусылар уға гел генә  иғтибар итә. Бөйөк Ватан һуғышында хатта Генералиссимус Иосиф Сталин әҙиптең ошо һүҙҙәрен халыҡтың хәтеренә төшөргән. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Бәләбәй районынан "Янтарь" позывнойлы сержанттың ғаиләһе менән таныштыҡ.

Рәсәйҙе дошмандан һаҡлаусы батырға хөрмәтебеҙ ҙур. Эйе, ғаилә башлығы – алғы һыҙыҡта. Яна Москаленко әйтеүенсә,  балалары һәр яҡлап та үҫеш алһын өсөн ҡулынан килгәндең, барыһын да эшләргә тырыша. Бәләкәйҙән шундай тәртипкә өйрәнгәс,  ғәзиздәренә күңел йылыһын мөмкин тиклем мулыраҡ өләшергә ашыға. Етмәһә, аталары һуғышта булғас, хәстәрлек тигән йөкләмәне әсәй кеше икеләтә башҡарырға тейеш.

Икенсенән, ирекмәнлеккә тотонған. Үҙенең фекерҙәштәре менән, ә улар араһында ирҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ҡатындарынан тыш йәмғиәткә битараф булмаған бүтән гүзәл заттар ҙа бар, гуманитар ылау өсөн һалдаттарға кәрәк-яраҡ йыйыуҙы ойоштора, башҡа төрлө ғәмәлдәргә лә ҡушылған.

– Иремдең холоҡ-фиғеле ҡыҙыҡ ҡына ул, тотҡан урындан һындырыу, "әйттем – бөттө" кеүек сифаттар нәҡ уға хас, – ти Яна Борисовна. – Беләһегеҙме, ул Рәсәй Оборона Министрлығы менән контаркт төҙөгәс кенә был турала беҙгә хәбәр итте. Башта ғәжәпләнеберәк ҡалдыҡ, ә аҙаҡтан инде уның фекере менән тулыһынса килештек. Һынылышлы осорҙа ир-ат Ватанын һаҡларға бурыслы! Ошо һүҙҙәргә артыҡ бер нимә лә өҫтәргә кәрәкмәй. Яҡыным, ғаиләһен ҡарайым тигән маҡсаттан, ғүмер буйы Себерҙә йөрөнө, водитель. Ул тарафтарҙа аҡсаны көрәп алалар, беҙ бер ҡасан да бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәнек.

"Янтарь" позывнойын алған. Уға ниндәй мәғәнә һалынған?" тип тә һораныҡ

– Беҙгә лә ифрат ҡыҙыҡ ине, – тине ил һаҡсыһының кәләше.– Баҡтиһәң, Һамар тарафтарында әҙерлек барғанда, ә ул саҡта, йәғни йәйгеһен, тышта ныҡ эҫе көндәр тантана иткән, бүтәндәр араһында иремдең башы ғына көҙгө шикелле ялтырап күренгән. Сәстәре юҡ уның. Командирҙары уға төбәп "янтарь" һүҙен әйткән, үҙенә лә оҡшаған был. Ул әле водитель булып иҫәпләнһә лә, һөжүмсе, алғы һыҙыҡҡа йыш йөрөй. Әйтеүенсә, уның ҡарамағында ундан ашыу һалдат иҫәпләнә. Сержант званиеһын биреп, уның статусын күтәргәндәр. Ул батыр аҙымдары һәм ҡарарҙары өсөн "Ҡаһарманлыҡ өсөн" һәм "Шайморатов" миҙалдары менән бүләкләнгән.

 

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас