Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
30 Ноябрь 2025, 00:30

Яугирҙәрҙең батырлығын данлап...

Стәрлебаш ауылындағы һәйкәл яугирҙәр тураһында иҫтәлек һаҡлай.

Яугирҙәрҙең батырлығын данлап...
Яугирҙәрҙең батырлығын данлап...

Һәйкәлдәр батырҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын данлай, йәш быуынға илһөйәрлек рухы өҫтәй. Стәрлебаш районында  ла халыҡта патриотизмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Район үҙәгенең уртаһында Хәрби дан һәм хәтер аллеяһы хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән, тыуған иле өсөн үҙен аямаған һалдаттар иҫтәлегенә булдырылған.  

Был аллеяға күптән түгел “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы буйынса капиталь ремонт эшләнгән. Аллеяның ингән еренә ҡуйылған Ҡыҙыл йондоҙ ҙа әллә ҡайҙан күренеп үҙенә саҡырып тора.

Ремонт барышында Афғанстанда, Чечняла хәрби бурысын үтәгән яугирҙәргә ҡуйылған үҙәк стела яңыртылған.

Сик буйы һаҡсыларына, десантсыларға, башҡа ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүселәргә ҡуйылған һәйкәлдәр ҙә хәрби рух өҫтәп тора.

Тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш балаларына арналған стела ла аллеяны тулыландыра, тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа саҡыра.

Былтыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға стела асылған. “Махсус хәрби операция яугирҙәренә дан” тигән яҙыу урын алған унда.

Махсус хәрби операцияға контракт буйынса юлланған һалдаттарыбыҙ ҙа тап ошо аллеянан оҙатыла.

Автор фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

   

Яугирҙәрҙең батырлығын данлап...
Яугирҙәрҙең батырлығын данлап...
Яугирҙәрҙең батырлығын данлап...
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас