Руслан Исхаҡов 2022 йылда мобилизация буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Башта рядовой булған, унан инде һалдаттың батыр аҙымдарын күргән-белгән командирҙар уны гранатометчиктың атыусы-ярҙамсыһы итеп үрләткән. 2024 йылда яҡташыбыҙ хәрби заданиены үтәгәндә бик ҡаты яраланған... Бер йылдан һуң һалдатты хәрби хеҙмәттән ҡайтарғандар. Ватан һаҡсыһы Руслан Земфир улы тураһында Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов "Бәйләнештә" социаль селтәрендә бик матур итеп яҙған.
Ғөмүмән, Руслан Исхаҡов тураһында яуҙаштары ла, яҡташтары ла тик маҡтау һүҙҙәрен әйтә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һөйләүенсә, Руслан алғы һыҙыҡта саҡта гел алдан юл башлаған, бер ҡасан да ҡурҡыу белмәгән, иптәштәрен һәр саҡ ҡурсалаған, барыһы ла уның янында ышыҡ тапҡан.
Әйткәндәй, күптән түгел ысын Ил һаҡсыһы менән Башҡортостан буйынса "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы директоры урынбаҫары Ирек Зарипов һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының вәкиле Вячеслав Миних осрашҡан. Әлбиттә, уның тормошон еңеләйтеү маҡсатында рәсми кешеләр махсус хәрби операция ветераны Руслан Земфир улының янына барған.
Фото: Динә Мурзина.