Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
9 Декабрь 2025, 11:50

30-ҙан ашыу яугир юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды

Бүләкләнеүселәрҙең береһе – “Булыч”  Батырлыҡ орденына лайыҡ булған.

30-ҙан ашыу яугир юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды
30-ҙан ашыу яугир юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды

Салауат Юлаев исемендәге батальондың 30-ҙан ашыу яугире юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды.

Бүләкләү тантанаһы Ростов өлкәһендә бүлексәләренең ваҡытлыса дислокация пункттарының береһендә үтә. Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Салауат Юлаев исемендәге батальонының 30-ҙан ашыу хәрби хеҙмәткәре Батырлыҡ орденына, Жуков миҙалына, I һәм II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған.

Юғары дәүләт наградаларын яугирҙәр хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн “Волга” бригадаһы командиры ҡулынан ала. 

Яҡташтарыбыҙ IV дәрәжә Георгий тәреһе кавалерҙары, “Батырлыҡ өсөн”, Жуков миҙалдары, Росгвардияның ведомство наградалары менән бүләкләнә.

Бүләкләнеүселәрҙең береһе – “Булыч” позывнойлы яугир иҫәбендә дошмандың тиҫтәләгән зыян күргән һәм ғәмәлгә ашырылған маҡсаттары: тере көстәр, ут системалары һәм сит ил техникаһы. Һөҙөмтәлелеге һәм хәрби күнекмәләре өсөн башҡорт батальоны хәрби хеҙмәткәре Батырлыҡ орденына лайыҡ була.

“Егеттәребеҙҙең дәүләт наградаларыуларҙың юғары мотивациялы һәм яҡшы әҙерлекле булыуына тағы бер дәлил. Иң мөһиме — республиканың һиҙелерлек ярҙамынан тыш хәрби бәрелеш һыҙығында бындай һөҙөмтәләргә өлгәшеп булмаҫ ине. Шуға күрә хәҙер яугирҙәребеҙ тыныс ҡына артабанғы хәрби бурыстарҙы үтәүгә әҙерләнә, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе, Салауат Юлаев исемендәге батальонды ойоштороу тәҡдимен индергән Артур Йомағужин.

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Фото сығанағы: Башкирский батальон.

30-ҙан ашыу яугир юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды
30-ҙан ашыу яугир юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды
30-ҙан ашыу яугир юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды
30-ҙан ашыу яугир юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас