Махсус хәрби операциялағы яугирҙәре тураһында Ишембай районының Алаҡай халҡы бер ҡасан да хәтерҙәренән сығармай. Ял көндәрендә лә йыйылып ярҙам күрһәтергә тырышалар.
Дауа – аяҡ аҫтында. Бары тик белеп, үҙеңә тура килгәнен һайларға ғына кәрәк. Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименко прополис менән май эшләргә оҫтарған. Күпселеген ул махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн әҙерләй. Прополис менән ауылдың умартасылары ярҙам итә.
Өйҙәренән теген машиналарын алып килеп, клубта яугирҙәргә каска аҫтынан кейергә тип шапка тегеүҙе лә яйға һалғандар. Ошо арала ғына 70-ләп кәпәс әҙерләнгән, уларҙың яртыһынан күбеһе алғы һыҙыҡҡа оҙатылған. Эш бының менән генә сикләнмәй, маскировка селтәрҙәрен үреү ҙә дауам итә.
Ошо эштәрҙең уртаһында ҡайнап йәшәгән изге йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙар байтаҡ. “Әгәр беҙ булмаһаҡ, кем?” тигән ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Зөбәржәт Насирова, Рәмилә Ҡасҡынова, Ләйсән Һөйәрғолова, Резеда Вәлиуллина, Нурзиә Ишбулатова, Гөлсинә Ильясова, Флүрә Исламғолова, Гөлнур Кәримова һәм башҡаларҙың тырышлығы менән һалдаттарға әллә күпме ярҙам күрһәтелгән.
Уларҙың һәр береһе тураһында айырым яҙырлыҡ. Мәҫәлән, Румана Шәрәфуллина һалдаттарға ярҙам итеүҙән тыш, үҙенең йорт-ихатын да гөлдәй итеп тота. Элек картиналар сигеү менән шөғөлләнгән оҫтабикә яңыраҡ тағы ла бер һөнәрҙе үҙ иткән. Ул балаҫ һуға, белгәнен башҡаларға өйрәтер өсөн клубта оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.
– Әсәйем ҡул эштәренә бик оҫта булды. Уның эшләгәнен күреп, уға ярҙам итеп үҫтем. Дүртенсе класта уҡығанда мине балаҫ һуғырға өйрәтте. Шул да күңелгә һеңеп ҡалған. Әле хаҡлы ялға сығып, ваҡыт иркенәйгәс, төрлө шөғөл үҙләштерге килә. Шулай итеп, балаҫ һуғыуға бик теләп тотондом, – тип һөйләне Румана ханым.
Бына шундай бөтә яҡлап өлгөр, тырыш гүзәл заттар төйәк иткән Алаҡайҙы.
Фотолар: “Алаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидараһынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!