Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
10 Декабрь 2025, 21:45

Асҡарҙа "Өс яугир"гә һәйкәл асылған

Һәйкәлдең авторы - Асҡар егете Нияз Сибәғәтуллин.

Асҡарҙа "Өс яугир"гә һәйкәл асылған
Асҡарҙа "Өс яугир"гә һәйкәл асылған

Кисә Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа "Өс яугир"гә һәйкәле асылған. Һәйкәлдә өс быуын яугирҙәре кәүҙәләндерелгән. Иң артта 1812 йылдағы Ватан һуғышында "Төньяҡ амурҙары" исемен алған башҡорт яугире, уртала Бөйөк Ватан һуғышы яугире, иң алда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир һындары урынлашҡан. Һәйкәлдең авторы - Асҡар егете Нияз Сибәғәтуллин. Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев һәйкәл авторына Рәхмәт хаты тапшырған.

Һәйкәлдәр тереләр өсөн кәрәк. Яуҙа һәләк булған яугирҙәргә хөрмәт, ихтирам билдәһе ул, тереләргә - мәңгелек аманат.

Фото һәм сығанаҡ: "Осҡон" гәзите

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Асҡарҙа "Өс яугир"гә һәйкәл асылған
Асҡарҙа "Өс яугир"гә һәйкәл асылған
Асҡарҙа "Өс яугир"гә һәйкәл асылған
Асҡарҙа "Өс яугир"гә һәйкәл асылған
Асҡарҙа "Өс яугир"гә һәйкәл асылған
Автор: Карима Усманова
Читайте нас