Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
18 Декабрь 2025, 09:00

Иҫтәлекле таҡтаташ – үткәндән бөгөнгөгә күперебеҙ

Бирҙеғолда фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Иҫтәлекле таҡтаташ – үткәндән бөгөнгөгә күперебеҙ
Иҫтәлекле таҡтаташ – үткәндән бөгөнгөгә күперебеҙ

13 декабрҙә Белорет районының Инйәр ауылында 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт халҡының Ҡатай ырыуы ҡаһармандарына арналған стелала иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Унда Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов һәм район халҡы ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы президенты Булат Ғүмәр улы Йомаҙилов тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса мөһим аҙымдың инициаторы һәм ойоштороусыһы булып тора. Сығышында ул был урындың тәрән мәғәнәһен иҫкә төшөрҙө. Тап бында, 2022 йылдың сентябрендә, “Атайсал” проекты сиктәрендә, стела ҡуйыла, ә уның тирәләй башҡорт халҡы Наполеон менән һуғышҡа ебәргән кавалерия полктары һаны буйынса 28 ағас ултыртыла.

Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин 2025 йылды –  Ватанды һаҡлаусылар йылы, ә Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров республикала был йылды Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан итте. Иҫтәлекле таҡтаташ тап Ватанды һаҡлаусыларға, үткәнгә һәм бөгөнгөгә бағышланған.

Башҡорт һыбайлыһын һүрәтләгән яңы иҫтәлекле билдә адвокаттар өсөн мөһим сифаттарҙы – маҡсатҡа ынтылыуҙы, теүәллекте, батырлыҡты һәм бурысына тоғролоҡто күҙәләндерә.

Яугирҙең маҡсатлы рәүештә һуғыш алып барыуы, үҙенең ғүмерен һуғыш яландарында Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлағаны кеүек үк адвокаттар ҙа хоҡуҡтарҙы һәм азатлыҡты яҡлай, тип сығышында Палата президенты махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан коллега – адвокаттарға хөрмәтен белдерҙе.

– 2022 йылда был стела асылғандан һуң, ата-бабаларым өлгөһөнә эйәреп, улар тураһында хәтер ҡалдырып, бөтә яуаплылыҡты аңлап, мин Ватанды яҡларға ҡарар иттем. Был аҙымымды коллегаларым хупланы. Махсус хәрби операция башланғандан алып 23 адвокат, шул иҫәптән мин дә, фронтҡа юлландыҡ, дүрт коллегабыҙ батырҙарса һәләк булды, өсәүһе хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта алты адвокат махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәй, – тине Булат Йомаҙилов.

“Шулай итеп, был иҫтәлекле таҡтаташ – үткәндән бөгөнгөгә күперебеҙ. Был бурыс, намыҫ һәм хеҙмәт – 1812 йылғы яугирҙәрҙе һәм бөгөнгө көн һаҡсыларын берләштергән мәңгелек ҡиммәттәр икәнен иҫкә төшөрөү.

Әйҙәгеҙ, бөйөк ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлегенә лайыҡлы булайыҡ. Стелала һүрәтләнгән һыбайлы образы беҙҙе Ватанға, һайланған һөнәргә тоғролоҡҡа һәм ғәҙеллек өсөн бәхәсһеҙ көрәшкә рухландырһын, – тип белдерҙе Булат Ғүмәр улы.  

Сара ваҡытында йәмәғәт башланғыстарын әүҙем хуплағаны өсөн Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимовҡа Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһының рәхмәт хаты тапшырылды.

– Инйәр ауылында ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ, Ҡатай ырыуы яугирҙәре иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыуҙа ҡатнаштым. Улар башҡорт полктары сафына баҫа һәм 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында Ватаныбыҙ өсөн батырҙарса һуғыша. Уларҙың батырлығы – ҡаһарманлыҡ һәм үҙ еренә тоғролоҡтоң юғары өлгөһө. Мин ышанам, был рух үткәндә тороп ҡалмаған. Бөгөн дә беҙҙең егеттәр, был дандың туранан-тура вариҫтары, махсус хәрби операция биләмәһендә үҙ бурысын намыҫ менән үтәй. Хәтеребеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Айырым рәхмәт һүҙҙәре — Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы президентына, махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан Булат Ғүмәр улы Йомаҙиловҡа. Тап ул 2022 йылда Ҡатай ырыуы яугирҙәренә арналған стеланы һәм был мемориалды асыу башланғысында тора. Был мөһим эшегеҙ һәм шәхси өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт, – тине Азат Салауат улы.

Фото сығанағы: Белорет районы хакимиәте, БР Адвокаттар палатаһы.

Иҫтәлекле таҡтаташ – үткәндән бөгөнгөгә күперебеҙ
Иҫтәлекле таҡтаташ – үткәндән бөгөнгөгә күперебеҙ
Иҫтәлекле таҡтаташ – үткәндән бөгөнгөгә күперебеҙ
Иҫтәлекле таҡтаташ – үткәндән бөгөнгөгә күперебеҙ
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас