Салауат районынан Миләүшә Сафиуллина менән бер нисә йыл элек танышҡайным. Ул ваҡытта уҡытыусы булып эшләп йөрөй ине, иренең махсус хәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалыуына йөрәгенең өҙгөләнгән ауыр мәлдәре ине.
Күптән түгел Салауат районына эш сәфәре мәлендә был ханым менән йәнә осрашырға тура килде. Хәҙер инде ул башҡа вазифала – “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә булылыҡ итеү дәүләт фондының Салауат районы буйынса филиалының социал координаторы.
Ауырлыҡтар кешене сыныҡтыра, нығыта. Миләүшә Кәбир ҡыҙында ла беҙ иң беренсе рух ныҡлығын тойҙоҡ. Үҙе ҙур ҡайғылар кисергән ҡатын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, уларҙың ғаиләләренең хәлен яҡшы тоя. Шуға ла бөгөн ул ең һыҙғанып яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йүнәлешендә хеҙмәт итә.
– Иң тәүге сиратта беҙ психологик ярҙам күрһәтәбеҙ, юридик консультациялар уҙғарабыҙ, рекомендациялар бирәбеҙ. Республикабыҙҙағы ярҙам саралары менән таныштырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Беҙҙең фонд һәм башҡа ойошмалар араһында төрлө килешеүҙәр төҙөлә. Мәҫәлән, инвалидлығы булған хеҙмәттән азат ителгән хәрби хәрәкәттәр ветерандарына дәүләт иҫәбенә торлаҡтарын, кейемдәрен адаптациялау тигән ярҙам ҡаралған. Төрлө түләүҙәр алыу өсөн документтар хәстәрләргә лә булышлыҡ итәбеҙ.
Ветерандарыбыҙҙы бер ҡасан да иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Мәшғүллек үҙәге ойошторған вакансиялар йәрминкәһенә лә саҡырып торабыҙ. Уларға ҡабаттан уҡыу үтергә, эшкә урынлашырға мөмкин. Ветерандарҙы спорт сараларына ла йәлеп итәбеҙ. Улар был өлкәлә лә лә әүҙемдәр, Рәсәй буйлап төрлө ярыштарҙа үҙҙәрен һынайҙар.
Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләрен дә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Утын ярырғамы, һыу килтерергәме, юлдарҙы таҙартырғамы - уларҙың мөрәжәғәттәре иғтибарһыҙ ҡалмай. Кемдәрҙең мәктәп йәшендәге, студент балалары бар, уларға ташламалар тураһында һөйләйбеҙ. Теге йәки был ведомствоға мөрәжәғәттәр, хаттар яҙырға ла ярҙам күрһәтәбеҙ, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса ла булышлыҡ итәбеҙ. Үҙемдең башымдың үткәс, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә ентекләп аңлатам, сөнки был һорауҙарҙың барыһы ла йөрәгемә яҡын, – тип һөйләне Миләүшә Сафиуллина.
Социаль координаторға күпселек хәбәрһеҙ юғалғандар һәм социаль ярҙам саралары буйынса мөрәжәғәт итәләр. Ниндәй ярҙам күрһәтелгән улар тураһында мәғлүмәт туплана бара. Мәҫәлән, шифахана-курорт дауалауы менән 12 кеше файҙаланған. Күптәр яҡыныраҡ булған “Ҡарағай” шифаханаһын һайлай. Әлеге көндә бер яугиргә торлаҡты, кейемде адаптациялау өсөн документтар йыйыу хәстәре күрелә. Һорауҙар төрлө, көнөнә кәмендә 7-8 кеше мөрәжәғәт итә.
“Үҙегеҙҙең күнегелгән педагог эшенән китеүегеҙгә үкенмәйһегеҙме?” тигән һорауҙы ла бирмәй булдыра алманым.
– Мин мәктәптә директор урынбаҫары, уҡытыусы булып эшләнем. Тормош иптәшем махсус хәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалды. Һуңынан суд тарафынан һәләк булды тип танылды. Яҡыныңды юғалтыуҙың ауырлыҡтарын үҙ йөрәгем аша үткәргәс, бындай хәлдә ҡалғандарға битараф була алманым. Тәүҙә үҙебеҙҙең район тирәһенән, унан республиканан, һуңынан илебеҙ төбәктәренән кәңәш һорап мөрәжәғәт итә башланылар. Быйыл апрель айында әлеге вазифаға күсергә тәҡдим яһағайнылар, уҡыу йылы тамамланғас, яңы өлкәлә хеҙмәт юлымды башланым. Кешеләргә ярҙам итеү оҡшай, сөнки ваҡытында миңә лә ярҙам иттеләр. Яҡташтарыма кәрәкле, файҙалы булғым килә, – тине Миләүшә ханым.
Тик ҙур йөрәкле кешеләр генә башҡаларға ярҙам итеүҙән күңелдәренә ҡәнәғәтлек тойғоһо ала. Ҡыйынлыҡтар алдында һынмаған, хатта башҡаларға ярҙам итеүҙә көс тапҡын Миләүшә Сафиуллинаға еңел булмаған эшендә тик уңыштар теләйбеҙ. Үҙенең улдарын атайҙарының өлгөһөндә илһөйәр, көслө рухлы итеп тәрбиәләүенә лә шигебеҙ юҡ.
Автор фотоһы.