Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
21 Декабрь 2025, 11:00

Көнөн дә, төнөн дә улы уйынан сыҡмай

Яугирҙәргә ярҙам итеп, күңелен баҫа әсәй.  

Көнөн дә, төнөн дә улы уйынан сыҡмай
Көнөн дә, төнөн дә улы уйынан сыҡмай

Махсус хәрби операцияға улдарын оҙатҡан әсәйҙәр - сыҙамлыҡ өлгөһө. Уларҙың йөрәге бер генә минутҡа ла тыныслыҡта ҡалмай. Иртәнсәк уянғанда ла, кисен ятҡанда ла улар балаларының иҫән-имен йөрөп ҡайтыуын теләй. Сабырлыҡ, түҙемлек өлгөһө булған әсәйҙәрҙең үҙҙәренә лә һәйкәл ҡуйырлыҡ.

Йәрмәкәй районының Күпсәнәй ауылында һалдаттарға ярҙам  итеү эше ныҡлы ҡуйылған.  Беҙ барғанда ла уларҙы маскировка селтәре үреү мәлендә тап иттек. Араларында яугир әсәһе Наталья Константинова менән һүҙебеҙ үҙенән -үҙе беректе.

Беҙҙең менән ихлас итеп һөйләшһә лә, күңеле тулы һағыш икәнлеге күҙҙәренән тойола. 

Улы 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация мәлендә махсус хәрби операцияға юллана. Медик-санитар бурыстарын башҡарғанға ла ул “Медик” тигән позывнойҙы ала. Махсус хәрби операцияға тиклем ул Октябрский ҡалаһында эшләй.

–“Хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөмәйәсәкмен. Кәрәк икән, тимәк, барасаҡмын”, тип әйберҙәрен йыйҙы ла, махсус хәрби операцияға китте. Хәҙер дүртенсе йыл  инде яуҙа йөрөй. Йылына ике тапҡыр ялға ҡайта. Уның ҡайтҡанын бөтә туғандарыбыҙ менән көтөп алабыҙ. Ул ҡайтыуға улым яратҡан ризыҡтарҙы: билмән, манты, салаттар әҙерләйбеҙ.  Һәр ваҡыт  сәскә гөлләмәләре менән ҡайтып төшә. Улымды бергәләп ҡаршы алабыҙ, күмәкләп оҙатабыҙ, – тип һөйләне  Наталья Алексеевна.

Бала саҡтан атаһы менән әсәһенең  ҙур ярҙамсыһы булып үҫә “Медик”. Яҡшы уҡый, бер эштән дә ҡурҡмай, ярҙамсыл була. Яуаплылыҡ тигән сифаттар ҙа бала саҡтан һалына. Шуға ла ил саҡырғанда, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ул махсус хәрби операцияға юллана.

Наградалары ла уның ҡыйыулығы тураһында һөйләй.  “Жуков” миҙалы менән бүләкләнеүен яҡындары ла ҙур ғорурлыҡ менән ҡабул итә.

–Улым менән ғорурланам. Бөтә теләгем – донъяларҙың тиҙерәк тынысланыуы һәм яугирҙәрҙең  өйҙәренә иҫән-имен ҡайтыуы. Улымдың еңеү яулап ҡайтҡас, башҡарыр эштәре, хыялдары күп. Иң беренсе беҙгә яңы мунса төҙөп биреү  ниәте бар, - ти ул.

Еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыу маҡсатында  күңел ҡушыуы буйынса әсәй кеше ҡулынан килгәнсә яугирҙәргә ярҙам итә. Был эшкә ул тәүгеләрҙән булып ҡушылған һәм ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Ауылдаштары менән бергәләп маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай. Исемләп тә посылка ебәрәләр, дөйөм гуманитар ылау ҙа оҙатыла. Уларҙы туплауҙа ауылдаштар берҙәм ҡатнаша. Яу яланына һалдаттарға кәрәк булған күп нәмә оҙатылған: бүрәнә, таҡта кеүек төҙөлөш материалдары, йоҡо тоҡтары, генераторҙар, буржуйка мейестәре һәм башҡа әйберҙәр. Ҡулдары эшкә оҫта булған яугирҙәр төҙөлөш материалдарынан үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәрҙе йәһәт  ҡороп ала.

– Махсус хәрби операциялағы һалдаттарға  ихлас ярҙам иткәндәре, яугирҙәр тураһында онотмағандары  өсөн ауылдаштарыма  ҙур рәхмәт. Бергә булғанда, барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырбыҙ, – тип тик яҡшыға өмөт итә әсәй кеше.

Автор фотолары.

 

 

 

 

 

 

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас