Йәрмәкәй районының берҙән-бер удмурт ауылы Күпсәнәйҙә егәрле халыҡ йәшәүе әллә ҡайҙан күренеп тора. Был ауылға килеп төшөү менән шуға иғтибар иттек. Ҙур матур йорттар, һәр ихатала тиерлек техника, һөнәрле кешеләр күп. Йәштәрҙең ауылда төпләнеүҙәре ҡыуаныслы күренеш. Уларҙың үҙҙәренең туған телдәрендә һөйләшеүҙәре һоҡландырҙы, йолаларын да онотмайҙар.
Ҡул эше оҫталарының береһе Надежда Константинова менән танышып сыҡтыҡ. Һәр эше күҙҙең яуын алырлыҡ. Ҡулдары менән тыуҙырған матурлыҡты тирә-яҡҡа таратып, үҙенең күңеленә лә илһам, көс ала ул.
Ҡышын Бәләбәй ҡалаһында йәшәй, йәйге осорҙа Күпсәнәйгә тыуған йортона ҡайта әңгәмәсем.
VIII кластан һуң Өфөлә Полиграфия училищеһында һөнәр алғандан һуң йүнәлтмә менән Хәйбулла районына эшкә юллана. Дүрт йыл дауамында район гәзитендә хеҙмәт итә. Һуңынан тыуған яҡтарына ҡайта, һөнәрен дә алмаштырырға тура килә. Йәрмәкәй район-ара базаһында һыуытыу ҡорамалдары операторы булып эшкә урынлаша.
Тормош уға ҡаты һынауҙар ҙа ҡуя. Колхозда эшләп йөрөгән сағында юлда аварияға эләгеп, йәрәхәттәр ала, умыртҡа һөйгәне имгәнә. Был уның тормошон да үҙгәртә.
Шулай ҙа көслө рухлы ҡатын һынауҙар алдында юғалып ҡалмай, тырышып аяҡҡа баҫа. Күңеленә оҡшаған шөғөл табып, был донъяға биҙәк өҫтәп йәшәй.
Бик матур итеп йөн ойоҡтар, тапочкалар бәйләй. Уларҙың һәр береһенең үҙ биҙәге. Заманында әсәһе лә, апаһы ла бәйләм эшенә оҫта була. Был шөғөлгә уларҙан өйрәнә.
Яҡындарына байрамға бүләк итеп тә тарата уларҙы. Кемдер заказ биреп бәйләтеп ала.
– Бәйләм эше шул тиклем оҡшай. Ҡул үҙенән-үҙе энәләргә тотона. Бер бәйләй башлаһам, тиҙерәк тамамлап ҡуяһым килә. Күңелде арбай торған шөғөл ул бәйләм, – тип йылмая оҫта ҡуллы ханым.
Ул ғына ла түгел, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә лә күпләп йылы ойоҡбаштар бәйләгән. Былтыр ғына 40 парҙы һалдаттарға оҙатҡан. Быйыл да был изге эшкә тотонған.
– Минең ике олатайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Әсәйемдең атаһына һуғыштан ҡайтырға яҙмай. Шуға ла махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәһе килә, - ти Надежда Даниловна.
Быйыл алма күп булғас, ҡаҡты ла бик күп итеп эшләп ҡуя. Йыраҡта йөрөгән һалдаттар тыуған яҡтарында әҙерләнгән ризыҡты тәмләһен өсөн ул байтаҡ ҡына ошо тәмле, файҙалы ҡаҡты һалдаттарға ебәрә.
Оҫта ҡуллы ғына түгел, оло йөрәкле, изге күңелле ханым менән таныштыҡ Йәрмәкәй тарафтарында. Һаулығы бик булмаһа ла, гөрләтеп баҡса үҫтереүе, тирә-яғын сәскәгә күмеп йәшәүе лә матурлыҡҡа ынтылышы, рух ныҡлығы тураһында һөйләй.
Автор фотоһы.