Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
28 Декабрь 2025, 18:15

Яугирҙәр иҫтәлеген мәңгеләштергәндәр

Әбйәлил районының Ташбулат ауылында махсус хәрби операция барышында һәләк булған яҡташтарға стела асылған.  

Яугирҙәр иҫтәлеген мәңгеләштергәндәр
Яугирҙәр иҫтәлеген мәңгеләштергәндәр

Ошо айҙа Әбйәлил районының Ташбулат ауылында махсус хәрби операция барышында һәләк булған яҡташтарға стела асылған. Ул ауыл клубы янында ҡуйылған.

Композиция үҙәгенә яугирҙәр һыны төшөрөлгән, бер яҡ ситенә Ватан өсөн ғүмерҙәрен биргән Ташбулат батырҙарының исемдәре уйып яҙылған. Һәйкәл ҡуйыу – һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындары Эльвира Алмас ҡыҙы менән Альбина Тәлғәт ҡыҙының идеяһы, уларҙы башҡа Ташбулат ҡаһармандарының туғандары ла хуплай.

Ташбулат клубы янындағы майҙансыҡта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә обелиск та тора. МХО ҡаһармандарына ҡуйылған стела менән бергә улар яҡташтарҙың батыр рухына хөрмәт билдәһе, мәңгелек иҫтәлек булып, исемдәре киләһе быуындарҙың да күңелендә һаҡланыр.

Мәғлүмәт, фото: vk.com/02abyalil?ysclid=mjpo8kfjbl759161706

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

 

Яугирҙәр иҫтәлеген мәңгеләштергәндәр
Яугирҙәр иҫтәлеген мәңгеләштергәндәр
Яугирҙәр иҫтәлеген мәңгеләштергәндәр
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас