Тормош тигәнең кешене ныҡлыҡҡа һынай. Ҡайҙа, ниндәй һынауҙар көтөүен әйтеп булмай. Ошо көндәрҙә Ишембай районының Кинйәкәй ауылында улдары махсус хәрби операцияла һәләк булған Зәкинә менән Рәфис Туҡтамышевтар менән күрешеү форсаты тейҙе. Ябай ғына матур ғаилә. Улдарын юғалтыуҙан йөрәктәре һыҡраһа ла, сабырлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан.
Ғүмерҙәре хеҙмәттә үткән тырыш ауыл кешеләре улар. Зәкинә Бәхтегәрәй ҡыҙы 30 йыл фермала һауынсы булып эшләгән, әлеге көндә инвалидлыҡта. Рәфис Тимерхан улы хаҡлы ялға сыҡҡансы ветеринар булып хеҙмәт иткән.
Ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкәндәре Ринаф, контракт төҙөп, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған. Үкенескә ҡаршы, 2024 йылдың ноябрендә һәләк булған. Бары тик былтыр май айында ғына яугирҙе алып ҡайтып ерләргә насип була.
Рәфис ағайҙың тыуған яғы Стәрлебашта донъяға килә Ринаф, һуңынан Зәкинә апайҙың ауылы Кинйәкәйҙә төпләнәләр. Бәләкәйҙән тыныс холоҡло була улдары.
–Техника яратты. Телевизор йүнәтергә шәп ине. Төҙөлөш эштәренә лә оҫталығы булды, – тип һөйләне ата-әсәһе улдары тураһында.
Мәктәп, училище , хеҙмәт йылдары... Йылдар артынан йылдар тыныс ҡына үтә. Махсус хәрби операция башланғас, әллә нисә тапҡыр хәрби комиссариатҡа барып, үҙен дә хәрби хеҙмәткә алыуҙарын һорай егет. Илгә ауыр саҡта өйҙә ятып ҡалаһы килмәй уның.
Бер тапҡыр тыуған яғына ялға ҡайтыу бәхете лә тейә. Ул көндө яҡындары бөгөнгөләй хәтерләй.
–2024 йылдың август айы ине. “Әсәй, бына ҡайттым” тип сәскә, күстәнәс тотоп килеп инде. Ҡосаҡлап алды. Һағынып көтөп алғайным улымды, – тигәндә әсәй кешенең күҙҙәренә йәш тығылды. – Иртә китте, иламаған көн юҡ инде хәҙер.
Зәкинә апайҙың һөйләгәндәренә тормош иптәше лә ҡушылды.
–Улым ҡайтҡанда өйҙә инем. Тәбиғәттең шул тиклем матур ваҡыты ине. Ағастар емеш биреп, донъя йәшеллеккә төрөнөп ултырған мәлдә ҡайтты, – тине ул.
Яугирҙе хәтергә алғанда уның ни тиклем хәстәрлекле булыуы ла сағылды. Ата-әсәһен дә иғтибарҙан өҙмәй ул. Аҡса ебәреп, өйҙөң ҡыйығын алмаштырта, яңы тәҙрәләр ҡуйҙырта, ихатала һыу быраулата.
Махсус хәрби операциянан һуң ҡайтып эшләр маҡсаттары ла, хыялдары ла булғандыр Кинйәкәй егетенең. Үкенескә ҡаршы, улар тормошҡа ашмай ҡала.
– Һуңғы тапҡыр улыбыҙ менән ноябрь башында һөйләштек. 13-өндә һәләк булған. “Әсәй, оҙаҡ ҡына шылтырата алмам, ҡайғырып ултырма” тигәйне. Шул һөйләшеүҙән һуң башҡа хәбәре булманы, – тигән саҡта йәнә күҙҙәре йәшләнә Зәкинә апайҙың.
Ҡаһарманлыҡ ордены, “Яуҙағы ярҙам өсөн” миҙалы Ринафтың батырлығы тураһында хәтерләтеп тора.
– Улыбыҙ махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китте. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡып торманы. Уның менән ғорурланам, – тине атай кеше.
Кинйәкәй яугире тураһында йылы иҫтәлектәр уның уҡытыусыларының күңелендә лә һаҡлана. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Райхана Йәһүҙина хәтирәләре менән уртаҡлашты:
– Ринафты биология, география, химия фәндәренән уҡыттым. Мәктәп йылдарында бик тыныс, тәртипле булды. Ярһып барманы, ҡыҙыу булманы. Ауыҙынан бер ҡасан да насар һүҙ ишетелмәне. Минең фәндәрҙән айырыуса биологияны ярата ине. Телевизор йүнәтеүгә лә оҫта булды. Шул яҡҡа бик башлы ине. Телевизор боҙолһа, уны саҡыра инем. Тауыш-тынһыҙ ғына боҙолған техниканы тиҙ йүнәтеп ҡуйыр ине. Башҡа малайҙар менән дә дуҫ булғаны хәтерҙә ҡалған,– тине Райхана йәүҙәт ҡыҙы.
Уға ауыл китапханасыһы Рәзидә Ғафарова ла ҡушылды.
– Китапханала техника буйынса энциклопедия булды. Шуны уҡырға малайҙар менән көн һайын тиерлек киләләр ине. Китапты туҙҙырғансы ҡарағандары иҫтә, – тигән һүҙҙәрҙә лә яугирҙең һәләттәре сағыла.
Илһөйәрлек рухы һалып үҫтерә улдарына Зәкинә менән Рәфис Туҡтамышевтар. Тыуған иленә ауыр саҡта уға терәк була белгән, Ватаны өсөн йәнен аямаған, 43 йәшендә һәләк булған Кинйәкәй егете батыр яугир булып яҡташтарының хәтерендә мәңге йәшәр.
Автор фотоһы.